Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
2 Май 2020, 13:35

Яңы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы корпустары май аҙағында төҙөлөп бөтәсәк

Өфө районында төҙөлгән яңы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы корпустарында төҙөкләндереү эштәре 25 майға тиклем дауам итәсәк. Рекорд ваҡыт эсендә һалынған…

Өфө районында төҙөлгән яңы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы корпустарында төҙөкләндереү эштәре 25 майға тиклем дауам итәсәк. Рекорд ваҡыт эсендә һалынған объектта әле тышҡы коммуникациялар, ут һәм һыу үткәрелә, юлдар төҙөкләндерелә. 450 пациентҡа иҫәпләнгән заманса дауаханала эш тәүлек әйләнәһенә алып барыла.
00:00
01:59
Ҡойма ямғыр ҙа, башҡа сәбәптәр ҙә йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы төҙөлөшөнөң тиҙлегенә йоғонто яһамай. Коронавирус пандемияһы шарттарында төҙөлә башлаған бина аҙна һайын түгел, ә көн аша үҙгәреп финаль өлөшөнә яҡынлаша. Рекорд тиҙлектә һалынған бина 25 майҙа файҙалыныуға тапшырылыр тип көтөлө.
Эш йылдам бара. Бетон плиталарҙы ҡаплап, дауахананың корпустарына күстек. Бинаның тышындағы электр сымдарын һуҙа башланыҡ. 25 майға тиклем корпустарҙы эс яҡтан тәртипкә килтереү маҡсаты тора.
Олег Бабенков, Йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының төҙөлөш буйынса директоры
Төҙөлөш майҙанында дүрт йөҙҙән ашыу эшсе эщләй. Уларҙың өҙлөкһөҙ хеҙмәте һәм ҡеүәтле техника ярҙамы менән менән буш яланда заманса объект күтәрелә. Юғары тиҙлектә төҙөлгән дауахананың сифатына иғтибар көслө, эш республика етәкселегенең ныҡлы контроле аҫтында бара.
Объектты кирбестән һала башлаһаҡ ике йыл ваҡыт кәрәк булыр ине, шуға ла корпустар әҙер панелдәрҙән төҙөлә. Был материал менән эшләү тиҙ ҙә, арзан да... Панелде етештереүсе ойошма 50 йылға тиклем гарантия вәғәҙәләй.
Рөстәм Насиров, идарасы ойошма директоры
Төҙөлөш материалдары тәүлек әйләнәһенә етештерелә, заводты көсөргәнешле эш режимына күсерер өсөн өс көн ваҡыт етте. Көнөнә ике мең квадрат метр материал әҙерләнә.
Андрей Брычков, "Башеврокуб" модулле кострукциялар заводының техник директоры
Яңы йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы төҙөлөшөнә 1 миллиард 800 миллион һумға яҡын аҡса бүленгән. Уның яртыһы медицина ҡорамалдары алыуға тотоноласаҡ. Заманса йыһазландырылған дауаханала бер юлы 450 пациентҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтергә мөмкин буласаҡ.
Флорида Ким.
https://bash.news/bash/news/122735-yany-yogoshlo-auyryuzar-dauakhanakhy-korpustary-may-azagynda-tezelep-betesek
Читайте нас