Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
2 Май 2020, 11:55

«Йәнтөйәк»те яратабыҙ, алдырабыҙ, уҡыйбыҙ!» - ти Яңы Ҡара ауылы ағинәйҙәре

Яңы Ҡара ауылында йәшәүсе оло хөрмәткә лайыҡ мәғариф ветераны, шиғри күңелле ағинәй Миңзилә Малик ҡыҙы Мөғтәбәрова «Йәнтөйәк»кә яҙылып, баҫмабыҙға бағышлап шундай рухлы шиғыр ҙа яҙған. Уны түбәндәге һылтанма буйынса инеп уҡый алаһығыҙ:

- Ауылыбыҙҙа бик уңған, рухлы кешеләр йәшәй, - ти ауыл мәҙәниәт усағында эшләүсе әүҙем йәмәғәтсе Гөлнара Шәйхинурова. - Йыл да матбуғат сараларына берҙәм яҙылабыҙ. Яңы ғына үткән ун көнлөк сиктәрендә Ләйсән Ғәлимйәнова, Фларида Шәрәфисламова, Гөлсинә Фазылйәнова, Миңзилә Мөғтәбәрова һәм үҙем яратып уҡыған гәзитебеҙ - “Йәнтөйәк”кә, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Малик Ағзам улы Ғайсин менән Рәүизә Шәрәфисламова “Ышаныч”ҡа ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалдыҡ.




– Туған телебеҙҙә сыҡҡан гәзит-журналдарҙан бер ҡасан да айырылманым, гел уҡыйым. Бына әле лә ун көнлөк сиктәрендә ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡуйҙым, - ти бөтә ғүмерен уҡытыусылыҡҡа, йәш быуынға белем биреүгә бағышлаған хөрмәтле шәхес Миңзилә Малик ҡыҙы Мөғтәбәрова. Шиғри күңелле ағинәйҙең түбәндәге шиғыры рух ҡанаттарыбыҙҙы нығытты.
«Йәнтөйәк»те яратабыҙ,
Алдырабыҙ, уҡыйбыҙ.
Шуға күрә һәр йыл һайын
Яҙылмайса ҡалмайбыҙ.
Телевизор, интернеттан
Уны өҫтөн күрәбеҙ.
Алты район яңылығын
«Йәнтөйәк»тән беләбеҙ.
Нимә?Ҡайҙа? Ҡасан? тигән
Һорауҙар тыуһа әгәр,
Уҡығыҙ һеҙ “Йәнтөйәк”те,
Унда булыр бар хәбәр.
Кем илһөйәр, кем бик уңған,
Кем алдынғы спортта?
Танышырһығыҙ улар менән
Бына ошо гәзиттә!
“Теле барҙың - иле бар”, - ти
Гәзитебеҙ “Йәнтөйәк”.
Телебеҙҙе, илебеҙҙе
Мотлаҡ белергә кәрәк!
Асҡын, Балтас, Борай, Бөрө,
Ҡариҙел менән Мишкә
Яңылыҡтарын белергә
Яҙылығыҙ гәзиткә!
Яҙылайыҡ “Йәнтөйәк”кә!

Читайте нас