Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
1 Май 2020, 17:32
Юлһыҙлыҡтан йонсомаһын халыҡ
Ҡариҙел районының Шамрат ауылы халҡы юлды төҙөкләндереү мәсьәләһенең бик ҡырҡыу тороуы хаҡында яҙып ебәргән. Уларҙың мөрәжәғәтенә Ҡариҙел районы хакимиәтенән яуап алынған.
“Инцидент” системаһы аша үҙен борсоған проблема менән уртаҡлашып, көнүҙәк һорауын биреп, власть органдарынан тейешле яуап алыуға, мәсьәләне ыңғай хәл иттереүгә өлгәшеүселәр бихисап.
Ҡариҙел районының Шамрат ауылы халҡы юлды төҙөкләндереү мәсьәләһенең бик ҡырҡыу тороуы хаҡында яҙып ебәргән. Уларҙың мөрәжәғәтенә Ҡариҙел районы хакимиәтенән яуап алынған.
“2020 йылдың 7 апреленә ҡарата, Абыҙ – Шамрат ауылдары араһындағы юл йыл әйләнәһенә Башҡортостан Республикаһының Юл хужалығы идаралығы тарафынан хеҙмәтләндерелә. Юлды ҡарау эштәренә ярашлы, 2020 йылдың 25-26 мартында Абыҙ – Шамрат юлын таҙартыуға техника йәлеп ителде. Артабан, ағымдағы йылдың 30 мартында Абыҙ ауылынан яңы юл сатына – Ҡариҙел йылғаһы аша күпергә тиклем юл участкаһын грейдерҙар тигеҙләне. 7 апрелдә бында ҡырсынташ түшәлде.
Муниципалитетта юл торошона бәйле мәсьәләләр иғтибар үҙәгендә тотола. Артабан был участкала эштәр планға ярашлы дауам ителәсәк”, – тип әйтелә Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Илдар Ғәрифуллин әҙерләгән яуапта.
Фото: “Инцидент” системаһынан.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/intsident/Yul-i-li-tan-yonsoma-in-hali-246159/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"