Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
1 Мая 2020, 05:35

Республика Башлығы премиялары кемдәргә биреләсәк?

Уның күләме – 50 мең һум.

Уҡытыусы һөнәре абруйын күтәреү һәм уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеген дәртләндереү маҡсатында дөйөм белем биреү ойошмаларында Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса 100 балл йыйған уҡыусыларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға республика Башлығының премиялары тапшырыласаҡ.
Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ошо хаҡтағы Указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, премия 2020 йылдан тапшырыласаҡ. Уның күләме – 50 мең һум.
Указ менән ошондай премияларҙы тәғәйенләү һәм түләү тәртибе раҫланған. Уларҙың һаны йыл һайын Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан асыҡланасаҡ.
Фото: pastinfo.am
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас