Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостанда муниципалитет биләмәләренең санитар-эпидемиологик торошон яҡшыртыу өсөн Таҙалыҡ көндәре ойошторола. Республика етәксеһе Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйғайны.
Документҡа ярашлы, район һәм ҡала хакимиәттәренә кәмендә айына ике тапҡыр Таҙалыҡ көндәрен уҙғарырға тәҡдим ителә. Ошо көндәрҙә ҡаралған эштәр исемлегендә – предприятиелар, ойошмалар ҡатнашлығында ихаталарҙы, урамдарҙы, парктарҙы һәм башҡа биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм таҙартыу.
Махсуслашҡан ойошмалар юл буйҙарындағы ауған ағастарҙы, сүп-сарҙы йыйып алырға тейеш.
Район клуб-китапхана системаһы хеҙмәткәрҙәре лә кисә район Мәҙәниәт йорто алдын, “Еңеү” паркын тәртипкә килтерҙе. Үҙизоляция режимы шарттарында улар хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәп, территорияны таҙартыу һәм тәртипкә килтереү өсөн тырышып эшләне.
Быйыл республикабыҙҙа иғлан ителгән Зауыҡлы биләмәләр йылы барышында тирә-яғыбыҙҙы тағы ла таҙараҡ һәм йәмлерәк итеү маҡсатында әүҙемлек күрһәтеүсе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре эше тик маҡтауға лайыҡ. Афарин!