1 Май оҙаҡ йылдар хеҙмәт кешеләренең тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм теләктәшлек байрамы булды һәм булып ҡала. Был көн яҙғы яңырыуҙы – ҡояшлы һәм йылы көндәр менән бергә кешеләрҙә яңы өмөттәр яралыуын, яңы ынтылыш барлыҡҡа килеүен аңлата. Байрам иң яҡты өмөттәрҙе, тормошто яңыртыуға ынтылышты,намыҫлы хеҙмәткә хөрмәтте үҙ эсенә ала. Тырыш, ижади, фиҙаҡәр хеҙмәт кенә беҙҙең тормошобоҙҙо мәғәнәле итә, иртәгеһе көнгә ышаныс уята, балаларыбыҙҙың яҡты киләсәгенә өмөт бирә һәм бәхетле ҡартлыҡты гарантиялай.
Һәр кемебеҙ тыуған еренә, йортона бары тик изгелек һәм яҡшылыҡ, яҡындарына бәхет һәм именлек, тыуған ҡалабыҙҙың, ауылдарыбыҙҙың, Башҡортостандың сәскә атыуын теләй.
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы яҡты һәм ҡыуаныслы булһын, һеҙҙең йорттарығыҙға бәхет һәм шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына килһен!Еребеҙҙә берҙәмлек һәм дуҫлыҡ нығынһын, ә хеҙмәттәге уңыштар ыңғай үҙгәрештәргә килтерһен!
Һеҙҙең ижтимағи эшмәкәрлегегеҙ әүҙем дауам итһен, профессиональ өлкәлә ижади ҡомарығыҙ һүрелмәһен! Һәммәгеҙгә именлек һәм бәхет, яҙғы кәйеф, изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Байрам рух күтәренкелеге, ышаныс бирһен, ҡыйыу ниәттәр, сағыу уй-фекерҙәр тыуҙырһын, яңы хеҙмәт үрҙәренә көс өҫтәһен!