Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
29 Апрель 2020, 05:15
“Медицина – мөхәббәт ул, юҡһа ул бер ни тормаясаҡ”
#ВремяГероев ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Данлыҡлы микробиолог һәм яҙыусы Поль де Крюиҙың һүҙҙәрендә ни тиклем ҙур хаҡлыҡ ярылып ята! Башҡорт дәүләт медицина университеты базаһында коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү йәһәтенән ойошторолған ирекмән медицина хеҙмәткәрҙәре штабы ла тап ошо хәҡиҡәткә таянып эш итә.
Төбәк штабының эше “Демография” милли проектына ярашлы алып барыла, тип хәбәр иткәйнек. БДМУ-ның ирекмән медиктары карантинда һәм изоляцияла булған кешеләргә, оло йәштәгеләргә һәм насар хәрәкәтләнгән граждандарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм иң кәрәкле әйберҙәр һатып алыуҙа, коммуналь түләүҙәрҙе атҡарыуҙа ярҙам күрһәтә. Шулай уҡ медицина учреждениеларына килгәндәргә дистанцияла термометрия һәм ҡулдарын антисептик менән зарарһыҙландырыу үткәрә, генераль йыйыштырыу яһай, документация менән эшләй, оло йәштәгеләргә һәм насар хәрәкәтләнгән кешеләрҙең өйҙәренә рецептар алып бара.
“Ирекмәндең төп бурысы мохтаж булғандарға аҙыҡ-түлек һәм дарыуҙар алып барыу ғына түгел, ә кешеләргә әхлаҡи ярҙам да күрһәтеү. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә пенсионер Галина Кузнецоваға килдек. Элек ул билдәле балерина, бейеүсе булараҡ танылған. Галина Васильевна беҙҙе күргәс шул тиклем шатланды, күҙҙәрендә осҡондар уйнап китте. Уның кеүек әүҙем кешеләргә дүрт стена эсендә ултырыу, әлбиттә, еңел түгел, аралашыу, йәнле хис-тойғолар етмәй. Шуға ла беҙ, ваҡыт табып, кешеләрҙе тыңларға, изгелек менән бүлешергә тырышабыҙ. Галина Васильевна сәхнәлә балҡыған сағыу йылдарын, төрлө илдәргә булған сәйәхәттәрен һөйләне, элекке фотоларын күрһәтте, йәшлегенә ҡайтып әйләнгәндәй булды. Уның кәйефе күтәрелгәнен, дәрт-дарманы уянғанын күреп, беҙ ҙә шатландыҡ. Ололарҙың беҙҙе нисек ҡабул иткәнен күреп, рәхмәтен ишетеп, беҙҙең дә күңел үҫә, ни тиклем кәрәк эш башҡарғаныбыҙҙы аңлайбыҙ ”, - ти Аделина Әбделмәнова, Башҡорт дәүләт медицина университетының педиатрия факультетының 3-сө курс студенты.
#ВремяГероев
ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: БДМУ ирекмәндәр үҙәгенең социаль селтәрҙәге төркөмөнән.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Meditsina--m-h-bb-t-ul-yu-a-ul-ber-ni-tormayasa-242077/
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"