Яңылыҡты
http://www.portailrusse.fr/ порталы хәбәр итә. Уның фондында барлығы 20 совет хәрби әсире фотоһүрәте бар. Һәр береһенең артында немец телендә һәр ҡайһыһының милләте яҙылған. Был һүрәт артында “Өфөнән башҡорт” тиелгән яҙма бар. Һалдат беренсе донъя һуғышы ваҡытындағы француз һалдаты шинелен кейгән. Шепелев фекеренсә, бәлки ул фашистар баҫып алған Франциялағы келәттәрҙән алынғандыр.