Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
28 Апрель 2020, 05:05

Иғтибар: уҡыу форматы үҙгәртелгән

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Хатҡа ярашлы, предприятиелар – ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә ҡабул ителгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проектында ҡатнашыусылар – өсөн “Етештереүсәнлек лидерҙары” программаһы буйынса уҡыу форматы үҙгәртелгән.
Коронавирус инфекцияһы арҡаһында быйыл уҡыуҙар реаль ваҡытта дистанцион форматта үткәреләсәк. Бының өсөн махсус программаның тәьмин ителеше кәрәкмәй, тип белдерә республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Уҡыу өсөн 29 апрелдән дә һуңға ҡалмайынса https://лидерыпро.рф сайтында теркәлергә кәрәк. Бынан тыш, Бөтә Рәсәй Тышҡы сауҙа академияһына программала ҡатнашыуығыҙ тураһында ҡул ҡуйылған килешеүҙе ебәреү һорала.
Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, һорауҙар менән Бөтә Рәсәй Тышҡы сауҙа академияһының Етештереүсәнлекте күтәреү үҙәгенә түбәндәге телефондар буйынса шылтыратырға мөмкин: 8-967-017-84-71 – Минажетдинова Ләйсән (lminazetdinova@vavt.ru); 8-929-983-50-39 – Күсәева Залина (kusaeva@vavt.ru).
Фото: Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/I-tibar-u-iu-formati--g-rtelg-n-239619/
Читайте нас