«Йәнтөйәк» район-ара гәзитенә йыл да яҙылып киләм. Туған телебеҙҙәге баҫманы уҡып, мин рухи көс алам. Мәғариф, мәҙәниәт, тарих, әҙәбиәт, сәнғәт, һаулыҡ һаҡлау, иҡтисад, өлгөлө ғаиләләр, йүнселдәр, егәрле йәштәр һәм һәләтле балалар — йәшәйешебеҙҙең һәр өлкәһе сағылыш таба «Йәнтөйәк»тә. Милли баҫмабыҙға яҙылайыҡ. Аҡса юҡлыҡҡа ғына һылтанырға ярамай, теләк булғанда, уны табырға була. Әйҙәгеҙ, халҡыбыҙҙың рухи именлеге мәнфәғәтендәге изге бурыс итеп тойоп, баҫмаларыбыҙға ярҙамды һәр ҡайһыбыҙ үҙенән башлаһын. Башҡорт телендәге гәзитебеҙ дөйөм милли мәсьәләләр буйынса фекер алышыр, йәмғиәтте уятыр, берләштерер, изге маҡсаттарға әйҙәр майҙан булып торһон! Әйҙәгеҙ, хөрмәтле етәкселәр, уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр, матур өлгө күрһәтеп, матбуғатҡа яҙылайыҡ – милләтебеҙҙе ҡурсалайыҡ!» - тип ун көнлөк сиктәрендә гәзиттәргә ташламалы хаҡҡа яҙылып ҡалырға саҡырҙы ижади эшләүсе уҡытыусы Альмира Таһирйән ҡыҙы.