С.М. Усманов – физика-математика фәндәре докторы, профессор. Ул 1947 йылдың 17 сентябрендә Саҡмағош районының Үрге Ҡаръяуҙы ауылында тыуа. Урта мәктәпте көмөш миҙалға тамамлағас, 1966 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтының физика һәм математика факультетына уҡырға инә. Уны ҡыҙыл дипломға тамамлағандан һуң, 1971-1973 йылдарҙа В.И.Ленин исемендәге Мәскәү педагогия институтында ҡаты есемдәр физикаһы кафедраһының физик полимерҙар лабораторияһында ғилми стажировка үтә. Шул уҡ уҡыу йортонда 1973-1976 йылдарҙа көндөҙгө бүлектә аспирантурала уҡый. 1976 йылдан алып БДУ-ның Бөрө филиалында эшләй.
Салауат Мөҙәрис улы юғары уҡыу йорто системаһының барлыҡ баҫҡыстарын үтә:
1976-1979 йылдар –физика кафедраһы ассистенты,
1979-1989 йылдар – өлкән уҡытыусы, доцент, дөйөм физика кафедраһы мөдире,
1989-1995 йылдар – уҡыу-уҡытыу эше буйынса проректор,
1995 - 2012 йылдар – юғары уҡыу йортоноң ректоры.
2012 йылдан БДУ-ның Бөрө филиалы директоры.
1979 йылда физика –математика фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә диссертацияһын яҡлай. 1985 йылда Юғары аттестация комиссияһы тарафынан дөйөм физика кафедраһының доценты исеме бирелә. 1996 йылда докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. 1997 йыл Рәсәй Федерацияһы дөйөм һәм профессиональ белем биреү министрлығы ҡарары менән профессор дәрәжәһен ала.
С.М.Усманов фән үҫешенә байтаҡ өлөш индерҙе. Фәнни эшмәкәрлеге радиацияның полимер материалдарҙың физик-химик үҙсәнлектәренә йоғонтоһон, релаксация спектрометрияһының механизмдарын өйрәнеүгә һәм моделдәр әҙерләүгә арналған. Уның тарафынан химик физиканың төҙөк-теүәл булмаған мәсьәләләре сиселгән, статик Монте-Карло ысулын ҡулланып, өс үлсәмле полимерлашыуҙың кинетикаһы өйрәнелгән. Салауат Усманов тарафынана 300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт яҙылған. Улар араһында 17 монография, 3 уҡыу ҡулланмаһы, 4 фәнни-популяр жанрҙағы китап, 40-тан ашыу сит илдә баҫылған мәҡәләларе бар. Аспирантура һәм докторлыҡ ғилми тикшеренеү эштәренә етәкселек итте. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының БДУ-ның Бөрө филиалы эргәһендәге дөйөм мөхитте математик моделләштереү һәм механика буйынса Проблемалы лаборатория етәксеһе булды. Тирә-яҡ мөхиттең физик-химик бысраныуҙары экологик мониторингы лабораторияһына нигеҙ һалыусы, үҙенең ғилми-тикшеренеү профиле буйынса БДУ-ла ике диссертация советы ағзаһы ине.
Юғары уҡыу йорто етәксеһе булараҡ, студенттарҙың социаль-мәҙәни мөхите үҫешенә айырыуса иғтибар бирҙе. Шуға күрә уҡыу йорто студенттарына спорт, ижад менән шөғөлләнергә барлыҡ мөмкинлек тыуҙырылған, һөҙөмтәлә яҡшы уңыштарға өлгәшәләр. Уның етәкселегендә Бөрө филиалы Рәсәй Федерацияһы мәғариф системаһының юғары квалификациялы белгестәрен әҙерләүҙең юғары кимәленә өлгәште. Салауат Мөҙәрис улы вуздың профессор-уҡытыусылар составының фәнни потенциалын күтәреүгә, студенттар фәнен аяҡҡа баҫтырыуға, матди-техник базаны нығытыуға ҙур иғтибар бүлде. Уның ойоштороу һәләте һәм инициативаһы буйынса юғары уҡыу йортонда дүрт яңы факультет һәм 16 йүнәлеш асылды.
Салауат Мөҙәрис улы Усманов үҙен актив йәмәғәт эшмәкәре итеп танытты. Төрлө йылдарҙа БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан бүлексәһе төбәк политсоветы президиумы ағзаһы. Бөрө ҡалаһы ҡала биләмәһе Советы депутаты вазифаларын йөкләне.
Ил һәм республиканың юғары мәғарифын үҫтереүҙә һәм тергеҙеүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн уға «БР халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре» (1997), «РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре» (2005), “Бөрө ҡалаһының почетлы гражданины” (2020) исемдәре бирелгән, Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2007), «Имени Сократа» халыҡ-ара наградаһы (Оксфорд) менән билдәләнгән.
Салауат Мөҙәрис улы сағыу тормош юлы үтте. Уның юғары профессиональ кимәле, интеллигентлы шәхес булыуы, кешелеклелек сифаттары, тормошто яратыуы башҡаларҙан айырып торҙо.
Уның тураһында яҡты хәтирәләр беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
БДУ-ның Бөрө филиалы коллективы.