Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
26 Апрель 2020, 05:50

Туған телгә һөйөү берләштерҙе

Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары ла башҡорт теленән халыҡ-ара онлайн диктантҡа дәррәү ҡушылды.

Кисә, 25 апрелдә, Ер шарында йәшәүсе башҡорт халҡы туған телендә онлайн-диктант яҙҙы. Уларҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров башҡорт телендә тәбрикләне.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған сарала ҡатнашыу өсөн 91350 кеше теркәлгән. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, Төркиә, АҠШ, Швейцария, Германия кеүек сит илдәрҙән милләттәштәребеҙ ҡатнашты.
Туған телде башланғыс кимәлдә өйрәнеүселәр өсөн Нур Ғәлимовтың “Яуҙан ҡайтҡан ҡурай” хикәйәһенән өҙөктө мультиинструменталист, музыкант Заһир Зәйнетдинов (Zainetdin) уҡыны.
Туған телдә иркен аралашҡан ҡатнашыусылар өсөн диктант тексын Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, “Хәбәрҙәр” телепрограммаһын алып барыусы Флүрә Мурзина уҡыны. Ул Әхтәм Ихсандың “Саҡма тояҡ аттарҙа” документаль повесынан өҙөк тәҡдим итте.
Яҙыусы-сатирик, шағир, публицист, тәржемәсе Марсель Сәлимов башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙырға теләгәндәр өсөн “Ул халҡына мәңгелек дан китерде” тексын уҡыны.
- Был мәртәбәле, халыҡ-ара акцияға асҡындар ҙур теләк менән ҡушылды. Йәш үҙенсәлегенә ҡарап тормай, йөрәгендә башҡорт рухы булған, башҡорт теленә битараф булмаған бөтә кеше диктант яҙҙы. Барыһын да туған телгә һөйөү, үҙ милләтең менән ғорурланыу тойғолары берләштерҙе! Ял көнө һәм үҙизоляция режимы булыуы менән файҙаланып, диктантты атай-әсәй, өләсәйҙәр менән яҙырға теләүселәр куп булды. Башҡорт теленән халыҡ-ара онлайн диктант ҙур масштаблы һәм күркәм байрам кәйефендә үтте. Ғаилә менән төшкән фотолар быға асыҡ дәлил, - тине Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова.
Наилә Имаева.
Читайте нас