Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
26 Апрель 2020, 08:10
Рәхим итегеҙ: "Ҡатлама" салаты
Ял табынығыҙҙы ниндәй ризыҡтар биҙәй, дуҫтар? Ә ошондай салат әҙерләгәнегеҙ бармы? Ашығыҙ тәмле, эштәрегеҙ уң булһын!
"Ҡатлама" салатын әҙерләү өсөн бер банка консерваланған тауыҡ бауыры, бер стакан дөгө ярмаһы, ике-өс тоҙло ҡыяр, бер банка йәшел борсаҡ, бер бәйләм әнис, ике-өс аш ҡалағы майонез кәрәк.
Тәүҙә дөгөнө бешереп, тишекле сүмескә һалып сайҡатабыҙ. Йомортҡаларҙы бешерәбеҙ.
Салат һауытына ҡатлап һала башлайбыҙ. Беренсегә - дөгө ярмаһын, икенсегә - тауыҡ бауырын, өсөнсөгә йомортҡаны таҙартып, ҡырғыс аша үткәреп, бер өлөшөн һалабыҙ. Һәр бер ҡатҡа майонез һылайбыҙ. Әнисте йыуып, таҙартып, ваҡлап турап салатҡа ҡушабыҙ. Тоҙло ҡыярҙы эре ҡырғыс аша үткәреп, яңы ҡатлам итеп өҫтәйбеҙ. Иң өҫтөнә ҡалған йомортҡаларҙы һалабыҙ ҙа майонез яғабыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото:
Nyamkin.ru
Автор: Рисаля Юмагулова
https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/R-him-itege---atlama-salati-112772/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"