- "Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам" девизы аҫтында үткән был акцияла уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр әүҙемлек күрһәтте. Иҫке Ҡаҙансы мәктәбҽ буйынса 16 уҡыусы, 11 уҡытыусы, 5 ата- әсә, 2 студент, бер өләсәй диктант яҙҙы. Бындай саралар берләштерә, ата-әсәләрҙең дә ҡатнашыуы бик яҡшы, өләсәйҙәр ҙә ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, уҡыусыбыҙ Илвас әсәһе Вәсилә һәм Зәүиә өләсәһе менән бергә яҙҙы. Өс быуын вәкиле бергә ултырып шундай мәртәбәле акцияла ҡатнашыуы бигерәк тә ҡыуаныслы, үҙенә күрә тәрбиә сәғәте лә. Киләсәктә ҡаҙансылар тағы ла әүҙемерәк булыр, - тине Иҫке Ҡаҙансы мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Альмира Таһирйән ҡыҙы Әхмәтова.