Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
26 Апрель 2020, 06:15

D витамины кәрәк!

Бөйөк Британия табиптары үҙ-үҙеңде изоляциялау ваҡытында өйҙән сыҡмағандарға D витамины ҡулланырға кәңәш итә. Улар билдәләүенсә, был ҡояшта йөрөүҙе компенсацияларға мөмкинлек бирәсәк.

Бөйөк Британия табиптары үҙ-үҙеңде изоляциялау ваҡытында өйҙән сыҡмағандарға D витамины ҡулланырға кәңәш итә. Улар билдәләүенсә, был ҡояшта йөрөүҙе компенсацияларға мөмкинлек бирәсәк.
Тышта йөрөмәгән кеше D витаминын етерлек күләмдә алмай. Ни өсөн тигәндә, уны организм, билдәле булыуынса, ҡояш нурҙары аҫтында етештерә.

Көн дә D витаминын өҫтәмә ҡулланыу организмға һөйәктәрҙең, тештәрҙең, мускулдарҙың сәләмәтлегенә ярҙам итеүсе кальций һәм фосфаттарҙы яҡшыраҡ үҙләштерергә мөмкинлек бирәсәк, ти эксперттар. Ҡояш яҡтыһынан тыш, витаминдың башҡа сығанаҡтары булып йомортҡа һарыһы, ит һәм майлы балыҡ тора.

Бөйөк Британия сәләмәтлекте һаҡлау ижтимағи үҙәгенең баш диетологы Элисон Тедстоун, D витамины коронавирус йоҡтороу ҡурҡынысын кәметмәй һәм унан дауаланыуҙа ярҙам итмәй, тип билдәләп үтә.

Фото: zen.yandex.ru
Автор: Самат Ғәлин
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/D-vitamini-k-r-k-237584/
Читайте нас