Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
26 Апрель 2020, 06:25
Әбеш эшҡыуары нимә тәҡдим итә?
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбировтың һәр кесаҙна төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү, уларға уңайлы инвестиция мөхите булдырыу һәм эшҡыуарлыҡ өсөн отошло шарттар тәҡдим итеү маҡсатында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү бурысы район-ҡалаларҙа уңышлы тормошҡа ашырыла.
Был эш “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты бурыстары нигеҙендә атҡарыла. Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов менән үткән сираттағы кәңәшмәлә ауыл хужалығы йүнәлешендәге проект ҡаралды.
Проект авторы – Әбеш ауылынан Салауат Илембәтов. Ул умартасылыҡ буйынса крәҫтиән (фермер) хужалығын үҫтереү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте. “Агростартап” программаһына ярашлы махсуслаштырылған техника, ҡоролмалар һатып алыуға һ.б. финанс ярҙам кәрәк. Рөстәм Шәрипов проектты тормошҡа ашырыуға булышлыҡ ҡылыу йәһәтенән күрһәтмәләр бирҙе.
Бындай сараларҙың барыһы ла “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Ул биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Фото: Хәйбулла район хакимиәте сайты.
ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/besh-esh-iuari-nim-t-dim-it-237857/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"