Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
25 Апрель 2020, 05:45
Өс районда модель китапханалар асыла
#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостанБәйгелә еңеп сыҡҡан муниципаль китапханаларға китап фондын тулыландырыуға федераль ҡаҙнанан һәм республика бюджетынан аҡса бүленә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты нигеҙендә Башҡортостан китапханалары йыл һайын модель муниципаль китапханалар асыуға бюджет-ара трансферттар биреүгә илдең Мәҙәниәт министрлығы үткәргән конкурста ҡатнаша.
Был бәйгелә еңеп сыҡҡан муниципаль китапханаларға китап фондын тулыландырыуға федераль ҡаҙнанан һәм республика бюджетынан аҡса бүленә. Быйыл өс ауыл китапханаһы китап фондын байытыуға 6372,98 мең һумдан ашыу, шул иҫәптән федераль бюджеттан 4248,88 мең һум алды. Улар – Благовар үҙәк район китапханаһы, Дүртөйлө районының Әсән ауыл китапханаһы, Туймазы районының Ҡандра ауыл балалар китапханаһы.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: culture.bashkortostan.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/s-rayonda-model-kitaphanalar-asila-236316/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"