Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Апрель 2020, 10:24

Өс быуын вәкиле бергә диктант яҙҙы!

#БашҡортТелеЙылы #БашДиктант2020 #ГодБашкирскогоЯзыка #ҡоролтай #курултай #ҡоролтайонлай#Асҡынрайоны#АскинскийрайонАсҡын 2-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дилбәр Зөфәр ҡыҙы Заһиҙуллина башҡорт теленән халыҡ-ара онлайн диктантты өйҙә әсәһе һәм ҡыҙы менән бергә яҙҙы.

Асҡын районында ла башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты онлайн яҙыу ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте. Йәш үҙенсәлектәренә ҡарамай, йөрәгендә башҡорт рухы булған һәр кем сайтҡа инеп алдан теркәлде, әҙерләнде.

Асҡын ауылында йәшәүсе Дилбәр Зөфәр ҡыҙы ла ғаиләһе менән диктант яҙҙы.Әсәһе Фәһүрә Мөслим ҡыҙы Мөхәмәҙиеваға 78 йәш! Ул 32 йыл математика уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Быйыл башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр өсөн айырым майҙансыҡ булдырылғас, рухлы, илһөйәр телһөйәр мәғариф ветераны үҙен һынап ҡарарға була.

Диана – Пермь медицина университетының 3-сө курс студенты. Бик әүҙем, егәрле, һәләтле ҡыҙ. Мәктәптә уҡыған йылдарында төрлө олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай, башҡорт теленән район һәм республика конференцияларында ла ҡатнаша, төрлө темаларға эҙләнеү-тикшеренеү эштәре башҡара, бейеү менән шөғөлләнә. Диана ла әсәһе һымаҡ диктантты башҡорт телендә иркен аралашыусылар майҙансығында яҙа.

- Быйыл Башҡорт теле йылы сиктәрендә шундай мәртәбәле акцияла берҙәм ҡатнаша алыуыбыҙға шатмын. Мәктәптә хеҙмәттәштәрем дә, уҡыусылар ҙа, уларҙың ата әсәләре лә бөгөн диктант яҙҙы. Башҡорт телен һаҡлау, уны үҫтереү, пропагандалау, ҡулланыу даирәһен киңәйтеүҙә асҡындар лайыҡлы өлөш индерҙе, тип ышаныслы әйтә алам, - тине Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Дилбәр Заһиҙуллина.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, башҡорт телендә иркен аралашҡан аудиторияға тексты танылған диктор, “Хәбәрҙәр” тапшырыуын алып барыусы Флүрә Мурзина уҡыны.

Читайте нас