Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Апрель 2020, 13:15

Республика мәғарифы ҙур юғалтыу кисерҙе

Кисә Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы директоры, физика-математика фәндәре докторы, профессор Салауат Усманов баҡыйлыҡҡа күсте. Ғалимға 72 йәш ине.

Профессор әүҙем тормош алып барған һәм көн һайын скандинавса йөрөү менән шөғөлләнгән. Шундай күнекмәләрҙең береһе ваҡытында таң менән уны машина төкөтә. Ауыр йәрәхәттәр менән профессорҙы Өфө дауаханаларының береһенә алып киләләр. Тик кисә ул аңына килә алмай вафат була.
Салауат Усманов - бар ғүмерен ошо уҡыу йортона эшләүгә бағышлаған кеше. 1976 йылда хеҙмәт юлын физика кафедраһы ассистенты булып башлай, аҙаҡ уҡытыу эше буйынса проректор булып китә. Артабан 1995 йылдан алып Бөрө филиалы ректоры, 2012 йылдан бөгөнгө тиклем директоры булып эшләй. Ул илдең һәм республиканың бик күп юғары наградалары менән бүләкләнгән, улар араһында Башҡортостандың Почет грамотаһы, Салауат Юлаев ордены, Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мағарифы хеҙмәткәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемдәре бар.
Ғалимдың ғаиләһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: birsk.ru
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/Respublika-m-arifi-ur-yu-altiu-kiser-e-238318/
Читайте нас