Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Апрель 2020, 17:10

Күренеп тора: берҙәм, ижади коллектив!

Асҡын 2-се урта мәктәбе уҡытыусылары, уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре лә башҡорт теленән халыҡ-ара онлайн диктантҡа әүҙем ҡушылды.Афарин!

Һәр башланғысты күтәреп алырға әҙер торған Асҡын 2-се мәктәбенең эшлекле, берҙәм, ижади коллективы башҡорт теленән халыҡ-ара онлайн диктант яҙыуға ла әүҙем ҡушылды.

Уҡытыусылар алдан уҡыусылар менән дә, ата-әсәләр менән дә әҙерлек эше алып бара, уларҙы махсус сайтта теркәлергә ярҙам итә. Акцияла 18 уҡытыусы, 43 уҡыусы, 23 ата-әсә, ике студент, бер хаҡлы ялдағы ағинәй ҡатнашып, белемдәрен һынап ҡараны. Афарин! Гел шулай рухлы, сәмле, әүҙем, телһөйәр булып ҡалығыҙ!

Ижади эшләүсе башҡорт теле уҡытыусыһы Дилбәр Зөфәр ҡыҙы Заһиҙуллина бөгөнгө эштең һөҙөмтәһе итеп бик матур презентация ла эшләп ҡуйған.

Наилә Имаева.

Читайте нас