Йәнтөйәк
+24 °С
Ямғыр
Антитеррор
Новости
25 Апрель 2020, 12:55

Иң телһөйәр коллектив!

#БашҡортТелеЙылы #БашДиктант2020 #ГодБашкирскогоЯзыка #ҡоролтай #курултай #ҡоролтайонлай#Асҡынрайоны#АскинскийрайонРайон клуб-китапхана системаһы бөтә коллектив менән башҡорт теленән онлайн диктант яҙҙы.

Башҡорт теленән региональ диктант 2015 йылдан үткәрелеп килде. 2019 йылда, был сараның юбилей йылында, башҡорт теленән диктант Халыҡ-ара статус алды. Диктант – хатаһыҙ яҙыу мәҙәниәтен популярлаштырыу һәм үҫтереү мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән, теләге булғандарҙың барыһы өсөн тәғәйенләнгән, йыл һайын үткәрелгән ирекле, түләүһеҙ белем биреү акцияһы.

Илдәге һәм донъялағы эпидемиологик хәлдәргә бәйле башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты беренсе тапҡыр тулыһынса онлайн-форматта яҙҙыҡ. Быйыл диктант яҙыу бөтә халыҡ байрамына әйләнде, тиһәм дә яңылышмаҫмын. Районыбыҙҙа хеҙмәт коллективтары ла ихлас ҡатнашты. Район клуб-китапхана системаһы бар коллектив менән акцияға ҡушылды. Был сараның киләсәктә лә күркәм йолаға әйләнеп, йылдан-йыл киңерәк даирәне солғарына шикләнмәйбеҙ.

Район клуб-китапхана системаһы коллективы фотоларын https://vk.com/kulturaaskino?z=album-194191969_272132731 һылтанмаһы буйынса инеп ҡарай алаһығыҙ!

Наилә Имаева.

Читайте нас