

Эльза Юныс ҡыҙы Ҡашҡа ауылы “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында тəрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй, ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе лә булып тора. Ауылдың мәҙәни тормошонда һәм йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Ралина ҡыҙы Бөрө кооператив техникумында 4-се курста белем ала, ә Алһыу Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында 9-сы А класында уҡый. Ҡыҙҙар әле икеһе лә дистанцион уҡыуҙа. Башҡорт теленән халыҡ-ара онлайн диктантта ла ҙур теләк менән ҡатнашалар. Алһыу - башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгәндәр, Ралина - иркен аралашҡандар, Эльза апай башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙғандар төркөмөндә белемдәрен һынай. Шулай итеп, улар өсөһө өс төркөмдә яҙа. Башҡа милләттәштәребеҙ һымаҡ Эльза Юныс ҡыҙы ла балалары менән диктант яҙыр алдан теркәлеп, үткәреү тәртибе менән танышып ҡуя.
- Мин йыл да диктант яҙыуҙа ҡатнашам.Үткән йыл башҡорт теленән дә, рус теленән дә яҙҙым. Ә үҙем эшләгән балалар баҡсаһында хеҙмәттәштәрем өсөн башҡорт телендә тексты ла уҡығайным. Быйыл онлайн яҙҙыҡ, өҫтәүенә үҙ һөйләшебеҙҙә! Мин мәктәптә татар телендә уҡыным, шуға башҡорт грамматикаһын бик яҡшы белмәйем. Минең өсөн үҙ диалектыбыҙҙа яҙыу еңелерәк булды.Барыһын да юғары кимәлдә ойошторғандары өсөн рәхмәт, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Эльза Әфтәхова.
Төньяҡ-көнбайыш диалектында аралашыусылар өсөн тексты яҙыусы Марсель Сәлимов уҡыны.
Наилә Имаева.