

- Мин йыл да диктант яҙам. Был бик файҙалы: беренсенән, белемеңде тикшереп ҡарайһың, икенсенән, үҙеңде камиллаштыраһың, башҡорт теленә хөрмәтеңде һәм һөйөүеңде белдерәһең. Башҡорт телендә башланғыс белеме булғандар майҙансығында яҙҙым. Беҙгә тексты мульти музыка ҡоралдары эйәһе, шоумен Заһир Зәйнетдинов матур, аңлайышлы итеп уҡыны. Нур Ғәлимовтың “Яуҙан ҡайтҡан ҡурай” әҫәренән өҙөк яҙҙыҡ. Шул тиклем күңелдәргә үтеп инерлек, илһөйәрлек менән һуғарылған текст булды. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршы алыр алдынан ойоштороусылар бик фәһемле, рухлы текст һайлаған. Барыһы ла яҡшы уйланылған, рухланып, ғорурланып яҙҙым диктантты”, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Фәнирә Мәүли ҡыҙы.
Наилә Имаева.