Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Апрель 2020, 11:45

Башҡорт телен һаҡлайыҡ, данлайыҡ, үҫтерәйек!

#БашҡортТелеЙылы #БашДиктант2020 #ГодБашкирскогоЯзыка #ҡоролтай #курултай #ҡоролтайонлай#Асҡынрайоны#Аскинский районБашҡорт теленән халыҡ-ара онлайн диктантта Урмияҙ ауылында йәшәүсе хаҡлы ялдағы башҡорт теле уҡытыусыһы, рухлы ағинәй Сәлимә Әнүәр ҡыҙы Әбүбәкерова ла ҙур теләк менән ҡатнашты.


Бар ғүмерен балаларға башҡорт теле нескәлектәрен өйрәтеүгә, туған телебеҙгә һөйөү тәрбиәләүгә бағышлаған хаҡлы ялдағы уҡытыусы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Урмияҙ ағинәйҙәрен етәкләүсе Сәлимә Әнүәр ҡыҙы республикабыҙҙа Башҡорт теле йылы сиктәрендә фәһемле саралар ойошторолоуына ҡыуана. “Ниһайәт, республикабыҙҙа дәүләт теле булған башҡорт теленә тейешле иғтибар бирә башланылар. Хөкүмәттән, етәкселәрҙән ярҙам һәм иғтибар булмайынса, телебеҙҙе үҫтереү, һаҡлау буйынса ҙур эштәр башҡарып булмай”, - ти мәғариф ветераны. - Туған телгә һөйөү ғаиләнән башланырға тейеш. Бына әле үҙизоляция режимында балалар менән бергәләп башҡортса китаптар уҡырға, йәнһүрәттәр, кинолар ҡарарға, башҡортса йырҙар тыңларға бик яҡшы форсат сыҡты. Ата-әсәләр үҙҙәре илһөйәрлек һәм телһөйәрлек өлгөһө күрһәтһен ине. Туған телен белгән бала бер ваҡытта ла юғалып ҡалмаясаҡ, туған теленән, тамырҙарынан көс-дәрт, илһам алып, алға ҡыйыу барасаҡ”.

Рухлы ағинәй алдан теркәлеп, башҡорт булыуы менән ғорурланып, улы Урал менән бергә диктант яҙа.
- Бөгөнгө шарттарҙа бик матур, фәһемле һәм кәрәкле сара уйлағандар. Онлайн диктантта бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ донъяның төрлө мөйөшөндә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ҙә ҡатнашты. Был бит шундай ҡыуаныс! - тине Сәлимә Әнүәр ҡыҙы.

Наилә Имаева.





Читайте нас