Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
25 Апрель 2020, 09:58

Асҡында башҡорт теле тантана итте!

#БашҡортТелеЙылы #БашДиктант2020 #ГодБашкирскогоЯзыка #ҡоролтай #курултай #ҡоролтайонлай#Асҡынрайоны#Аскинский районБашҡорт теленән халыҡ-ара онлайн диктантҡа асҡындар әүҙем ҡушылды. Район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихин да диктант яҙҙы.



Бөгөн Башҡортостаныбыҙҙа һәм донъяның төрлө мөйөштәрендә йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән бергә асҡындар ҙа "Башҡорт теленән халыҡ-ара онлайн диктант яҙыу" акцияһына дәррәү ҡушылды. Район хакимиәте башлығы Ришат Марат улы Дихин, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре, Фәйрүзә Юнысова етәкселегендә район башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, Асҡын мәғлүмәт үҙәге һәм башҡа коллективтар, мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар,тәрбиәселәр, уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре, әүҙем, рухлы ағинәйҙәребеҙ - барыһы ла был мәртәбәле акцияла ихлас ҡатнашты.

Беҙ район гәзиттәре сайттарында ла, социаль селтәрҙәрҙә лә, шулай уҡ район башҡорттары ҡоролтайының “Бәйләнештә”ге төркөмөндә лә диктант яҙыуға әҙерлек эше алып барҙыҡ, яҙыу тәртибен аңлаттыҡ, теркәлергә ярҙам иттек. Быйыл башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында арлашыусылар өсөн дә майҙансыҡ булғас, ваҡытында мәктәптә татар телендә уҡырға мәжбүр булған оло йәштәге ағинәйҙәребеҙ ҙә акцияға ихлас ҡушылды. Башҡорт милләтен һаҡлау, туплау, берҙәмләштереү, телебеҙҙе үҫтереү, ҡулланыу даирәһен киңәйтеү өсөн ошондай халыҡ-ара акцияларҙың роле баһалап бөткөһөҙ. Бөгөн башҡорт телендә диктант яҙыу асҡындар өсөн ысын мәғәнәһендә рух байрамына әйләнде. Асҡында башҡорт теле, башҡорт һүҙе тантана итте, тип ғорурланып әйтә алабыҙ!

Наилә Имаева.

Читайте нас