

Бөгөнгө үҙизоляция режимында, әлбиттә, халыҡ өмөгә йыйылманы. Һәр кем үҙ ихатаһында, баҡсаһында үҙе кәрәк тип һанаған ағастарҙы ултыртты. Акцияла ҡатнашыусылар араһында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әүҙемлектәре менән айырылып торҙо.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: акцияның төп маҡсаты – халыҡтың иғтибарын экология проблемаларына йәлеп итеү, тирә-яҡ мөхит торошон яҡшыртыу, йәшәгән төйәгебеҙҙе йәшелләндереү һәм матурлау.
Наилә Имаева.
https://vk.com/askino59?z=album329888984_270375552