- Әлегә тиклем “Ышаныч” район гәзитенә яҙыла инем, бына икенселәй “Йәнтөйәк”кә яҙылдым. Был гәзиттә үҙебеҙҙең райондан тыш, Ҡариҙел, Мишкә, Балтас, Борай, Бөрө райондары һәм ҡалаһы тураһында ла матур материалдар баҫыла. Бер ыңғай күршеләрҙең дә яңылыҡтары менән танышып барабыҙ. Йыл да декадник ваҡытында яҙылып ҡалырға тырышам, - тине Эльза Юныс ҡыҙы.