Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
24 Апрель 2020, 10:20

“Тамаша” журналында - яңы баш мөхәррир

Күптәрҙең яратып уҡыған “Тамаша” нәфис-публицистик журналының баш мөхәррир вазифаһын башҡарыусы итеп Илшат Зарипов тәғәйенләнде.

Илшат Булат улы Зарипов Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 2005 йылдан алып 2015 йылға тиклем “Шоңҡар” йәштәр журналында хәбәрсе, баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй. Артабан “Башҡортостан Республикаһы" Нәшриәт йорто” дәүләт-унитар предприятиеһының “Башҡортостан журналдары” филиалы директоры урынбаҫары була.
Илшат Зарипов - Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған киң мәғлүмәт һәм матбуғат хеҙмәткәре.
Журналдың элекке баш мөхәррире Сөләймән Латипов хаҡлы ялға китте.
Фото: "Башинформ".
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Tamasha-gurnalinda-ya-i-bash-m-h-rrir-234538/
Читайте нас