Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
24 Апреля 2020, 18:05

Үләндәрҙең шифаһын белә

“Яҙын шифалы үләндәр ашаһаң, йыл буйына ауырымаҫһың”, - ти Иҫке Ҡаҙансы ауылында йәшәүсе Мәмдүнә апай Зарипова.

Иҫке Ҡаҙансы ағинәйҙәрен етәкләүсе мәғариф ветераны, бар эшкә лә оҫта хужабикә Мәмдүнә апай Зарипова үҙ еребеҙҙә үҫкән үләндәрҙең шифаһын белеп, иртә яҙҙан уларҙы йыйып, файҙаһын күрә.

- Дауа – аяҡ аҫтында, тип бик белеп әйткәндәр. Урман-ҡырҙарыбыҙ шифалы үләндәргә, емеш-еләккә бик бай. Минең баҡсамда ғына ла 123 төрлө шифалы үлән, емеш-еләк, ағас үҫә. Шуға мин иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем уларҙы ҡулланам, ҡышҡылыҡҡа ла төрлө төнәтмәләр яһайым, ҡайһы берҙәрен киптерәм. Бына быйыл да витаминлы үләндәрҙе ашап өлгөрҙөк. Яланда ҡуҙғалаҡ, күкбаш, балтырған сыҡҡан. Кәртә буйҙарында күп сиргә дауа кесерткән дә баш ҡалҡытҡан. Ошо үләндәрҙән күптән инде аш, төрлө ҡамыр ризыҡтары бешереп, салаттарын яһап, һыйланып өлгөрҙөк. Баҡсамда ла ҡуҙғалаҡтың төрлөһө үҫеп ултыра, үгәй инә япрағы ла сәскәлә, оҙаҡламай бәпембә япраҡтарынан – салат, сәскәһенән ҡайнатма һәм төнәтмә эшләрбеҙ. Ысынлап та, дауа - аяҡ аҫтында. Иренмәҫкә, эйелеп өҙөп, ҡулланырға ғына кәрәк. Бына әле өйҙә ултырғанда баҡсала үҫкән яҙғы үләндәрҙе туйғансы ҡулланып, файҙаһын күрегеҙ, - тип үләндәрҙе күберәк файҙаланырға, витамин тупларға, иммунитетты нығытырға саҡырҙы Мәмүдүнә апай.

Эйе, Мәмдүнә Ғаян ҡыҙының үләндәрҙең шифаһы, уларҙы ҡулланыу тәртибе тураһында һөйләүен сәғәттәр буйына тыңларға була. “Кесерткән – шифалы ла, тәмле лә. Ул ҡанды таҙарта. Сәс ҡойолғанда ла кесерткән ярҙам итер. Үгәй инә япрағы йүтәлде дауалау өсөн ҡулланыла. Уны бешереп, сәс сайҡарға мөмкин. Ҡара ҡарағат япраҡтары аскорбин кислотаһына һәм фитонцидтарға бай. Ҡарағат япраҡтарын киптереп, сәйгә лә ҡушырға мөмкин. Бәпембә япраҡтарын салаттарға ҡуша алаһығыҙ. Бит тиреһе өсөн маска яһарға мөмкин. Май айында ҡайын еләге япраҡтарын да йыйырға була...

Наилә Имаева.

Читайте нас