Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
24 Апрель 2020, 06:15

Ата-бабам телен – киләсәккә!

Төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкәндәр был сарала үҙ һөйләшендә яҙасаҡ. Ошо хаҡта ҡарашын белдереүҙе һорап, “Без – башҡортлар” хәрәкәте етәксеһе, Гәрәй ырыуы башҡорто Радик Бәхтиевка мөрәжәғәт иттек:

25 апрелдә башҡорт теленән онлайн диктант буласаҡ, тип хәбәр иткәйнек инде. Төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкәндәр был сарала үҙ һөйләшендә яҙасаҡ. Ошо хаҡта ҡарашын белдереүҙе һорап, “Без – башҡортлар” хәрәкәте етәксеһе, Гәрәй ырыуы башҡорто Радик Бәхтиевка мөрәжәғәт иттек:
- Үҙ һөйләшеңдә, үҙ туған ереңдә халҡыңдың бер өлөшө булып диктант яҙыу – беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс. Хатта тәүге ыңғай аҙымдарҙың, еңеүҙәребеҙҙең береһе. Күпме мөмкин был халыҡҡа: “Без башҡортлар, безне башҡорт дип санагыз инде!” – тип аңлатырға. Бөгөн беҙ республика етәкселегендә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында яҡлау таптыҡ. Беҙ барыһына ла был диалект бар, ул һөйләштә аралашҡан башҡорттар бик күп булыуын күрһәтергә теләйбеҙ. Ҡайһы бер башҡорттар хатта үҙҙәренең башҡорт теленең төнъяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкәнен белмәй ҙә. Халыҡ араһында аңлатыу эше алып барырға кәрәк. Беҙ бөгөн ошо эш менән дә шөғәлләнәбеҙ. Күптәре шәжәрәһен өйрәнә башлап, башҡорт икәнлеген белеп ҡала һәм ни өсөн башҡа телдә белем алғандарын аңлап та бөтмәй. Шуны ла халыҡҡа аңлатабыҙ. Бына бөгөн ҡурсаланыу мәлендә өйҙә ултырғанда, күберәк халыҡты был сараға йәлеп итеү өсөн уңайлы осор.
Эйе, беҙҙең һөйләш республика ғалимдары тарафынан ентекле өйрәнелгән, уларға рәхмәт, әммә ҡулланылышҡа инеп китә алмаған ул ғилми хеҙмәттәр. Бөгөн уларҙы ҡулға алыр мәл етте.
Шуға күрә киләсәктә Башҡортостандың төнъяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкән төбәктәрендә ошо диалектты индереп, балаларыбыҙға башҡорт ата-бабаларыбыҙҙың һөйләшен өйрәтә башларға ниәтләйбеҙ.
Автор: Лариса Абдуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/telgen-m-bergen-m/Ata-babam-telen--kil-s-kk-233738/
Читайте нас