Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
23 Апрель 2020, 09:20

Уңғандың эше һәр ваҡыт уң

Борайҙа йәшәүсе Разалия Әхмәҙуллинаның әлеге көндә үҫентеләре әҙер тиергә була.

Разалия Нәсимйән ҡыҙы 34 йыл стажы булған уҡытыусы, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, хеҙмәт ветераны. Шуның 30 йылын ул башланғыс кластарҙа уҡытҡан, һигеҙ сығарылыш класы сығарған. Тормош иптәше Ирек Вәзийәт улы ла бар ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған. Ғаиләләрендә ике ул тәрбиәләгәндәр, етеш тормош булдырғандар. Инде икеһе лә хаҡлы ялда. Пенсияға сыҡҡас, үҙҙәренә бик яҡшы һөнәр булдырған улар: ҡыш аҙағынан башлап төрлө йәшелсә, сәскәләр үҫентеләре үҫтерәләр, уның үҙҙәренән артҡанын һатыуға сығаралар.
Разалия Нәсимйән ҡыҙынан алған үҫентеләр һәйбәт емеш бирә тигәнде ишеткәнем бар ине. Шулай булмай ни, ул бит ғүмере буйына балалар күңеленә яҡшылыҡ орлоҡтары һалыусы, эшен еренә еткереп башҡарыусы булараҡ та билдәле. Ә ундай кешенең башҡа яҡтан да булдыҡлы булыуы мәғлүм.
Разалия Әхмәҙуллина помидор, борос, кәбеҫтә үҫентеләре үҫтерә. Боростоң биш-алты, помидорҙың ундан артыҡ сорты ултыртылған. Ҡайһы бер орлоҡтарын ул үҙе көҙҙән үк әҙерләй, ҡайһы берҙәрен һатып ала. Оҙон ҡыш буйы төрлө сығанаҡтарҙан уҡып тәжрибә арттыра, мәғлүмәт туплай. Тәжрибә тигәндән, Борай районының Ҡотлояр ауылында дүрт балалы ғаиләлә үҫкән Разалия апай бәләкәй сағынан баҡса эштәренә бик оҫта булған өләсәһенә эйәреп, йәшелсә-емеште нисек үҫтерергә, баҡсаны нисек тәрбиәләргә кәрәклегенә өйрәнгән. Тормош иптәшенең әсәһе лә оҫта баҡсасы икән, «килен ҡәйнә тупрағынан» тигәндәре шулдыр инде. Бик яратып башҡарғас, үҫентеләре лә, күҙ теймәһен, әйбәт үҫә. Помидорҙарҙы тартмаларға сәстең дә эш бөттө түгел бит әле, уларҙы ваҡыты еткәс айырырға кәрәк. Ике ҙур теплицаға шуларҙы айырып өлгөргән дә инде. “Өшөмәйҙәрме?” — тип һорайым, сөнки яҙ ни тиклем иртә килһә лә, үҙемдең әле теплицаға ултыртырға ҡыйыулығым етмәй тора. “Юҡ. Ҡағыҙ менән ҡаплайбыҙ. Иң яҡшы ысул. Ә бик тә һыуыҡ булһа, йылытҡыс ҡуябыҙ”, — ти Разалия апай. Әлегә теплицаларҙа (улары икәү) помидор үҫентеләре һәм сәскәләр. Боростар йылы ярата икән, улар өйҙә.
Баҡсала тағы бик тә уңайлы итеп бейек булмаған парниктар яһалған. Балсыҡтары һалынған, помидорҙарҙың һуңыраҡ уңыш бирә торғандарын күсереп ултыртырға әҙерҙәр. Бер мөйөшөнә кәбеҫтә сәселгән. Һыуыҡҡа бирешмәй торғандары өсөн айырыуса яҡшы, сынығып үҫә.
Уңған кеше уңған инде ул. Өҫтәүенә, ҡыйыу ҙа. Баҡсала тағын ҡара ҡарағат үҫентеләре өсөн айырым урын бүленеп ҡуйылған. Көҙҙән яҡшы ботаҡтары һайланып, барлыҡ тейешле шарттары үтәлеп, ҡарағат ултыртып ҡуйылған. Улар ҡышлап, хәҙер бөрөләнеп килә. Тимәк, уларын да күсереп ултыртырға ваҡыт етә. “Ошо урынға күсеп ултырғандан башлап үҫтергән ҡарағат ҡыуаҡтары бар. Улар ҡартая. Барыһын да бер юлы соҡоп ташлаһаң, емешһеҙ ҡалабыҙ бит, — ти Разалия Нәсимйән ҡыҙы. — Шуның өсөн айырып ултыртабыҙ. Ә иҫкергән ҡыуаҡтарҙы соҡоп ала торабыҙ, яңыларын ултыртып барабыҙ. Шулай баҡса әкренләп яңыра”.
Виноград үҫентеләре иркәрәк икән. Уларҙы ла яңыртыу маҡсаты менән ботаҡтары киҫелеп, өйҙә һауыттарға һыуға тығып ҡуйылған. Барыһы ла тамыр алып китмәй икән. Сабыр ғына көтөп, тамыр алғандарын икенсегә күсереп ултыртып, нығып киткәс, баҡсаға сығарыла.
Бына шулай, һәр нәмәнең үҙ яйын, үҙ тәртибен белеп башҡара Разалия Нәсимйән ҡыҙы. Шуға ла баҡсасының эше һәр саҡ уң була.
Венера Арсланова.
Читайте нас