Кисә Республика йортонда Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү советы ултырышын үткәрҙе.
Унда ҡатнашыусылар коронавирус сире таралыуына ҡаршы эш итеү шарттарында халыҡҡа, бәләкәй бизнесҡа һәм табиптарға булышлыҡ итеү сараларын тикшерҙе. Төбәктәге Кеше хоҡуҡтары советының яуаплы секретары Зөлфиә Ғайсина поликлиникалар һәм йоғошло госпиталдәр итеп үҙгәртелмәгән дауаханалар табиптарын, персоналын шәхси һаҡлыҡ саралары менән тәьмин итеүҙәге ҡыйынлыҡтар тураһында һөйләне. Ул телемедицина консультацияһы системаһын эштә әүҙемерәк файҙаланырға, бөтә табиптарға ла дәртләндереү түләүҙәрен тәғәйенләргә тәҡдим итте.
Республика Башлығы, бындай түләүҙе тәү сиратта хәүефле шарттарҙа эшләгән табиптар һәм белгестәр алырға тейеш, тип билдәләне. Яҡын арала карантинға ябылған стационар социаль хеҙмәтләндереү учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә лә ошондай өҫтәмә аҡса тәғәйенләнәсәк. Радий Хәбиров Кеше хоҡуҡтары советына Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә поликлиникалар тарафынан санитар-эпидемиологик талаптарҙы тейешенсә үтәмәү осраҡтарын тикшергән эш төркөмө төҙөргә тәҡдим итте.
– Федераль үҙәк беҙгә ярҙам итә. Был бик мөһим. Дауаханаларҙы үҙгәртеп ҡороуға һәм коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә беҙ 2 миллиард һумдан ашыу аҡса алдыҡ. Уға үпкәне елләтеү аппараттары, бер нисә компьютер томографы һатып алдыҡ, байтаҡ учреждениены төҙөкләндерәбеҙ. Ләкин иң мөһиме – табиптарыбыҙ ҙа икенсе кимәлгә сығырға тейеш, – тине республика Башлығы.
Совет ағзаһы Эльза Мәүлимшина үҙ-үҙеңде изоляциялау шарттарында иғәнәләрһеҙ ҡалған дини учреждениеларҙағы хәл тураһында һөйләне. Әле уларҙа коммуналь хеҙмәттәр өсөн, руханиҙарға, хеҙмәтләндереүсе персоналға эш хаҡы түләү буйынса ҡыйынлыҡтар бар. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, республика төп дини берекмәләргә тейешле ярҙам күрһәткән.
Ултырышта хәбәрһеҙ юғалған кешеләрҙе эҙләү, йортһоҙ-ерһеҙҙәрҙе, хайуандарҙы ашатыуҙы ойоштороу менән шөғөлләнгән ирекмәндәргә ҡала буйлап йөрөү өсөн пропуск биреү мәсьәләһе күтәрелде. Радий Хәбиров был проблеманы хәл итергә ҡушты. Предприятиеның, ойошманың эшмәкәрлеге туҡтатылыу сәбәпле хеҙмәт хаҡын һаҡламайынса ялға ебәрелгән, эштән бушатылған, йәшәү өсөн бөтөнләй аҡсаһыҙ ҡалған граждандарға ярҙам итеү тикшерелгән тағы ла бер тема булды.
Кеше хоҡуҡтары һәм граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү советы рәйесе урынбаҫары Вадим Беляков халыҡтың түләү һәләте түбәнәйеү һөҙөмтәһендә коммуналь түләүҙәрҙе йыйыуҙың 95 проценттан 80-гә тиклем кәмеүе һәм артабан да түбән тәгәрәүен дауам итеүе тураһында хәбәр итте. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә аҡсаға ҡытлыҡ планлаштырылған ремонт һәм профилактика эштәренең сифатына һәм уларҙың ваҡытында башҡарылыуына туранан-тура йоғонто яһауы ихтимал. Икенсе яҡтан, идарасы компаниялар уҙған йылға эшмәкәрлеге тураһында отчет бирә башланы. Уларҙы тикшереүгә ихтыяж бар. Айырым тема – “БашРТС”-тың хаҡты арттырып яҙыуы.
– Торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа мәсьәләне тикшерергә ҡуштым. Отчеттарға килгәндә, әлегә кешеләрҙе йыйырға кәрәкмәй тип уйлайым. Компания халыҡты алдарға маташа икән, беҙҙә йоғонто яһау саралары бар. Мөрәжәғәт итегеҙ, – тине республика етәксеһе.
Ул шулай уҡ коммуналь түләүҙәргә бәйле хәлдең насарайыуына бәйле борсолоу белдерҙе.
– Минең өсөн төп бурыс – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһын бөлгөнлөккә төшөрмәү, – тине Радий Фәрит улы. – Был өлкәгә бюджет сығымдарын бер аҙ ҡыҫҡарттыҡ, әммә аҡсаны байтаҡ ҡалдырҙыҡ. Коронавирусҡа бәйле хәлде анализлағандан һуң, мөмкинлек булһа, киләһе аҙнала уҡ “Башҡортостан ихаталары” программаһын, подъездарға капиталь ремонтты башлаясаҡбыҙ.
Ултырышта Эльза Мәүлимшина шулай уҡ бәләкәй эшҡыуарлыҡтың проблемаларын телгә алды. Уның әйтеүенсә, төбәктәге граждандарға һәм эшҡыуарҙарға ярҙам саралары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе туплаған берҙәм агрегатор етмәй. Радий Хәбиров республикала был эште Хәл-шарттар үҙәге башҡарыуы тураһында белдерҙе. Вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов билдәләүенсә, әле үҙәк меңдән ашыу мөрәжәғәтте эшкәрткән.