Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
23 Апрель 2020, 10:05

Милли биҙәүестәрҙе тергеҙә

Ҡариҙел районы Тайҡаш ауылында йәшәүсе Лениза Муллаярова йәш быуынды сәнғәт өлгөһөндә тәрбиәләргә тырыша.

Районыбыҙ таланттарға бай. Шундай ғәжәйеп тырыш, уңған, сәнғәткә ғашиҡ гүзәл заттарҙың береһе — Тайҡаш ауылында йәшәүсе Лениза Муллаярова.
Лениза Мәҙехәт ҡыҙы Тайҡаш ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, Өфө музыка мәктәбендә уҡый. Һуңынан Башҡорт дәүләт университетында белем алып, мәҙәниәт менеджеры квалификацияһына эйә була.
2006 йылда Борай егете Ильяс Хөрмәтулла улына кейәүгә сыға. Ике йәш йөрәк үҙ тормошон ҡора. Муллаяровтар Тайҡаш ауылында матур ҙур йортта йәшәй, ике бала тәрбиәләй. Улдары Ришат 10-сы класта тик “биш”кә генә өлгәшә. Ә ҡыҙҙары Лилиә 6-сы класта белем ала. Ғаилә башлығы эске эштәр бүлегендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Лениза Мәҙехәт ҡыҙы 10 йылдан ашыу ауыл мәҙәниәт усағы эше менән янып йәшәй. Уға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Ҡатын-ҡыҙға хас һөйкөмлөлөк, уңғанлыҡ, тәрбиәлелек кеүек күркәм сифаттарҙы туплаған ул. Уңған хужабикә булараҡ, өй эсендә лә бөтә ерҙә тәртип, бөхтәлек, бәйләм бәйләй, аш-һыуға оҫта.
Муллаяровтар ғаиләһе хеҙмәт һөйөп йәшәй. Эше барҙың, ашы бар, тигәндәй, һыйыр тоталар, ҡуяндар, күпләп ҡош-ҡорт үрсетәләр. Ҡышҡылыҡҡа үҙҙәре үҫтергән йәшелсә-емештәрҙән тоҙланмалар әҙерләйҙәр. Йәйен урманға еләк, бәшмәк, дарыу үләндәре йыйырға йөрөйҙәр.
— Бала саҡтан хеҙмәткә, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләгән атай-әсәйемә рәхмәтлемен. Әсәйемдең күңеле матур, ҡул эшенә бик оҫта ине. Уны эштәре менән “Рәйхан” тапшырыуында телевизорҙан да күрһәттеләр. Атайым да заманында алтын ҡуллы кеше булды, үҙебеҙгә генә түгел ауылдаштарына ла быйма баҫты. Күңелем теләгән һөнәргә эйә булып, хыялымдың тормошҡа ашыуына бик шатмын, — тип һөйләй Лениза Мәҙехәт ҡыҙы.
Йәш быуынды сәнғәт өлгөһөндә тәрбиәләгән замандашыбыҙ эшен яратып башҡара. Талант эйәһенең маҡсаты — йәштәрҙең, балаларҙың һәләтен асыу, уны үҫтерергә ярҙам итеү. Мәҙәниәт йортонда балалар өсөн ойошторған “Оҫта ҡулдар” түңәрәге лә уңышлы эшләй. Әлеге үҙизоляция ваҡытында мәҙәниәт хеҙмәткәре өйҙән сыҡмайынса онлайн-режимда балалар өсөн башҡорт муйынсаһы тегеү өлгөһөн оҫталыҡ дәресендә күрһәтте. Методист башҡорт мәҙәниәтен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауға, милли кейемде тергеҙеүгә, уларға халыҡтың иғтибарын йәлеп итеүгә күп көс һала. Ул теккән башҡорт муйынсалары быға асыҡ дәлил. Ике йыл элек Лениза Мәҙехәт ҡыҙы иҫке биҙәктәрҙе тергеҙеп, балалар башҡорт муйынсалары тегә башлаған. Хәҙер ошо шөғөлөн башҡаларға ла өйрәтә.
— Формаһы буйынса муйынсалар төрлө була. Уның нигеҙен туҡыма тәшкил итә, көмөш, еҙ-никель тәңкәләр һәм башҡа биҙәүестәр тегелә. Элек ҡабырсаҡтар, төймәләр, медальондар ҙа ҡулланылған. Шундай муйынсаларҙы элек өләсәйҙәребеҙ таҡҡан. Тәңкәләр айырым роль уйнаған. Улар күҙ тейеүҙән һаҡлаусы булараҡ хеҙмәт иткән. Уларҙың һанына һәм нисек тегелешенә ҙур иғтибар биргәндәр, — тип һөйләй оҫта.
Люция Карамова.

Читайте нас