Районыбыҙ ирекмәндәре лә үҙизоляция ваҡытында яңғыҙ йәшәгән өлкән йәштәгеләргә һәм инвалидтарға аҙыҡ-түлекте, дарыуҙарҙы өйҙәренә килтерә. Мишкә ауылында йәшәүсе Венера Мортазина ла ирекмәндәр төркөмөнә ингән, хәленән килгәнсә ярҙам күрһәтергә тырыша.
— Өйҙә тик кенә ултырып, ситтән күҙәтеүсе булғым килмәй. Коронавирустан һаҡланыу өсөн битлектәр тегә башланым. Көн дауамында тегеп, район волонтерҙар етәксеһе Ольга Биктубаеваға тапшырам. Ул, үҙ сиратында, битлектәрҙе мохтаж кешеләргә тарата. Файҙа килтерә алыуыма шатмын, — ти Венера Мортазина.
Венера үҙе район үҙәгенең 2-се мәктәбендә башҡорт теле дәрестәрен алып бара. Дистанцион уҡытыу мәшәҡәттәре етерлек, әммә уҡытыусы волонтерлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашырға ла өлгөрә.
— Дистанцион дәрестәрҙе лә мауыҡтырғыс һәм файҙалы итеп үткәрергә мөмкин, электрон дәрестәрҙең программалары, методик ҡулланмалар етерлек. Минең өсөн уҡытыуҙың был төрөн ойоштороуҙа ауырлыҡтар тыуманы, — ти педагог.
Венера Илдар ҡыҙы район башҡорт теле уҡытыусылары берекмәһе етәксеһе, район башҡорттары ҡоролтайы вәкиле. Бар сараларҙа әүҙемлек күрһәтә йәш уҡытыусы. Уның уҡыусылары йыл да район олимпиадаларында, конкурстарҙа призлы урындар яулай. Бер туҡтауһыҙ эҙләнеү, алдынғы педагогик тәжрибәне өйрәнеү, яңылыҡҡа ынтылыу, ижади ҡараш — Венера Мортазинаға хас булған һыҙаттар.
Венера Илдар ҡыҙы тормош иптәше Динар Нәҡиф улы менән Радмила һәм Самир исемле балалар үҫтерә. Динар Нәҡиф улы район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын биләй. Ҡыҙҙары Радмила бишенсе класта белем ала, улдары Самир балалар баҡсаһына йөрөй. Венера аш-һыуға оҫта хужабикә. Бешергән аштары, бәлеш, сәк-сәктәре телеңде йоторлоҡ. Йәй көндәрендә һыу инеү, тәбиғәт ҡосағында ял итеү, ҡышын санала, конькиҙа шыуыу — был ғаиләлә яралған изге традиция.