БДУ-ның Бөрө филиалы 20 марттан дистанцион уҡыуҙа. Студенттар уҡыу планына ярашлы һәм дәрестәр теҙмәһе буйынса белемде өйҙә үҙләштерә. Уҡытыусыларҙың һәм студенттарҙың дистанцион үҙләштереү программаларына инеүе, ниндәй эштәр, лекциялар тәҡдим итеүе һәм уларҙы башҡарыу процесы автоматик рәүештә теркәлеп бара. Онлайн-дәрестәр вебинар формала ла алып барыла, ә практик дәрестәрҙә тыуған һорауҙар чаттарҙа асыҡлана. Шулай уҡ мәғлүмәтте тулыраҡ биреү, һорауҙарға асығыраҡ яуап талап иткән осраҡта ватсап, “Бәйләнештә” социаль селтәрҙәре, уҡытыусының һәм студенттың шәхси кабинеттары ярҙамға килә. Уҡыу йортоноң информацион-техник бүлеге етәксеһе Наил Вәкил улы Ҡасҡынов билдәләүенсә, студенттарҙың 90 процентынан ашыуы “дәрескә даими йөрөй”. Уҡыу йорто етәкселәре, декандар ҙа әлегә ситтә торған үҙ студенттарын онотмай. Төркөм старосталары менән аҙнаға бер тапҡыр даими алып барылған видео-конференцияларҙа студенттарҙы борсоған проблемалы һорауҙар хәл ителә.
– Дистанцион уҡыу миңә, әлбәттә, оҡшай. Бындай система ярҙамында өйҙән сыҡмайынса, уңайлы итеп уҡыу мөмкинлеге бирелә. Беҙҙең өсөн эшләнгән еңел сайт ярҙамында дистанцион уҡыуҙың бер ниндәй ҙә ауырлығы юҡ. Унда беҙ төрлө ресурстарға йөрөп буталмайбыҙ, башҡараһы эштәрҙе юғалтмайбыҙ. Миңә, XXI быуаттың йәш кешеһенә, уҡытыусы менән үткәрелгән онлайн-дәрестәр ҡыҙыҡһыныу уята һәм еңел бирелә. Шуны ла әйтеп китергә кәрәк, уҡытыусы һүҙен көтмәйенсә, дистанцион уҡыуҙа үҙең белем алырға тырышырға, үҙ аллы шөғөлләнергә көндән-көн күберәк мотивация тыуа. Минеңсә, дистанцион уҡыуҙың кире яҡтары ла бар. Күберәк компьютерҙа ултырыу һаулыҡҡа зыян килтерә. Шуға күрә, ял итеп, зарядка эшләп алыуҙы ла онотмаҫҡа кәрәк, – ти Бөрө филиалының филология һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар факультетының II курс студенты Миләүшә Хизәбетдинова.
Аҡыллы ҡыҙҙың әхирәте Регина Шәмтиева ла дистанцион алып барылған әңгәмәгә ҡушыла:
– Һеҙ уйлап ҡына ҡарағыҙ: иртән тораһың, өләсәй һиңә ашарға бешергән. Өйҙәге тәмле ашты ашағас, нисек эшләге килмәһен инде? Шатланып ДО сайтына кереп һорауҙарға яуап бирәм, әңгәмәлә ҡатнашам.
Онлайн уҡыу уңайлы булып, ундай система оҡшаһа ла, университетты, ундағы уҡытыусыларҙы, курсташтарымды ла сикһеҙ һағынам. Күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыу, дуҫтарҙы күреү, ятаҡта шатлыҡтарҙы һәм ҡыуаныстарҙы бергә уртаҡлашып йәшәүҙе бер нимә лә алмаштыра алмай!”
Әйткәндәй, дистанцион белем алыу мәктәп уҡыусыларын да урап үтмәне. Билдәле булыуынса, оҙайлы каникулдарҙан һуң мәктәп уҡыусылары ла ситтән тороп уҡый башланы. Тәүге аҙнала уҡытыусыларҙа һәм ата-әсәләрҙә байтаҡ һорауҙар булыуға ҡарамаҫтан, артабан эштәр юлға һалынды. Байтаҡ интернет-ресурстар үҙ аллы уҡыу йәки уҡыусы-уҡытыусы эшмәкәрлеге өсөн бушлай була бара. Әҙер видео-дәрестәр, презентациялар, яҙма эштәр менән алып барылған электрон кейстар барлыҡҡа килә. Уҡыу процесында һыналған «Решу ЕГЭ», «Решу ОГЭ», «Решу ВПР», «Учи ру», «Я класс» сайттарында һәм платформаларында йәнле эштәр алып барыла, уҡытыуҙа discord геймеров платформаһы ла ҡулланыла. Шәхси компьютеры булмаған балаларҙы информацион техника менән тәьмин итеү ойошторола.
"Бәйләнештә" өс бала әсәһе Эльза Рәфис ҡыҙы Хамматнурова менән һөйләшәбеҙ: – Өйҙә ике уҡыусы, бер студент уҡый һәм үҙем эшләйем. Дүртебеҙгә дүрт эш урыны булдырылған. Эш атмосфераһы көн буйына һуҙыла. Темаларҙы үҙләштереү, өйгә эштәрҙе башҡарыу кискә тиклем дауам итә. Онлайн-дәрестәр кластағы эште алмаштыра алмай, әлбиттә. Һорауҙар күп. Был осраҡта дәреслектәр, интернет селтәрҙәрендәге мәғлүмәттәр ярҙамға килә. Уҡыу ҙа, эш тә барыр, тырышырбыҙ, тик вирус инфекцияһы ғына урап үтһен ине халыҡты, – ти ул.
Бөрөлә дистанцион уҡыу юғары кимәлдә ойошторолған, тип әйтергә була. Башланғыс класта дәрестәр тулы килеш алып барыла. ZOOM платформаһы көсөргәнешле эшләй башлау менән уҡыусылар уҡытыусының алдан әҙерләгән дәрес планы менән үҙ аллы шөғөлләнә алыу мөмкинлегенә эйә. Рус теле, математика, тарих, инглиз теле дәрестәре менән бер рәттән физкультура, рәсем, йыр, технология кеүек дәрестәр ҙә ситтә тороп ҡалмай. Беренселәр БСТ каналынан алып барылған теледәрестәрҙе лә көтөп ала. Юғары кластар өсөн консультацияларҙың даими үткәрелеүе лә ата-әсәләрҙе һөйөндөрә. Музыка мәктәбендә шөғөлләнеүселәрҙең дә үҙ аллы дәрестәре алып барыла.
Төп уҡыу процесын алып барыу, әлбиттә, уҡытыусылар иңенә төшә. Уҡыусыларҙың “класта” башҡарған һәм өйгә эштәрен тикшереү ваҡытты ла, энергияны ла ала. Онлайн режимында ата-әсәләр йыйылышын үткәреү ҙә талап ителә. Нисек кенә ауыр һәм көсөргәнешле эш булмаһын, ситтән тороп та уҡыусыларҙың белем алыуға ынтылышын һүрелдермәҫкә үҙҙәрендә көс таба бөгөнгө уҡытыусылар.