Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
23 Апрель 2020, 05:00

“Батырҙар иле”нә ҡушылабыҙ

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан “Батырҙар иле” Бөтә Рәсәй проектына ҡушылды.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте менән Волгоград өлкәһе хакимиәте, хеҙмәттәшлек һәм берлектәге эшмәкәрлек тураһындағы килешеүгә ярашлы, йәштәр өсөн “Батырҙар иле” хәрби-тарихи лагерын үткәрергә ҡарар иткәйне. Проект ил Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән ғәмәлгә индерелгән “Мәҙәниәт” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
“Батырҙар иле” Волгоград өлкәһенең Иловля районындағы “Лазурный” балалар дауалау-һауыҡтырыу лагерында асыла. Уҡыу программаһы “Ил һаҡсылары”, “1-се пост”, “Тарихты һаҡлаусылар”, “Еңеү медиаһы”, “Еңеү ирекмәндәре” тигән биш тематик йүнәлештән тора. Ойоштороусылар әйтеүенсә, былтыр Ростов, Әстрхан өлкәләренән һәм Ҡырым Республикаһынан 4200 уҡыусы ошо программа буйынса уҡыған.
“Батырҙар иле”н йылдан-йыл киңәйтеү һәм 2024 йылға тиклем бындай лагерҙарҙы Рәсәйҙең тағы ла 25 төбәгендә асыу күҙаллана. Быйыл проектҡа, Волгоград өлкәһенән тыш, Әстрхан һәм Тверь өлкәләре, Башҡортостан һәм Мордва Республикалары ҡушыла. Йәйге кампанияла биш меңдән ашыу үҫмерҙең ҡатнашыуы көтөлә.
Әйткәндәй, программала 12-17 йәшлек уҡыусылар ҡатнаша ала. Ғаризаны странагероев.рф сайтында “Шәхси кабинет” аша тапшырырға мөмкин. Шулай уҡ “ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны эшләй: 8 (800) 201-16-81.
Проектты ойоштороусылар билдәләүенсә, ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә ҡарамаҫтан, миҙгелгә әҙерлек һәр төбәктә ҡабул ителгән “юл картаһы”на ярашлы бара. Эшмәкәрлеккә көн дә онлайн-мониторинг үткәрелә. Лагерҙар һәр төбәктәге хәлгә ҡарап һәм вирустың таралыу хәүефе бөткәс кенә асыла.
Фото: rvio.histrf.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
  • Читайте нас