Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
23 Апрель 2020, 09:25

Алтын ҡуллы ир-егет

Борай районы Таңатар ауылында йәшәүсе Илшат Төхбәтуллин сыйырсыҡтар өсөн зауыҡлап умарталар яһаны.

Әле һәр кем өсөн ауыр ваҡыт — үҙизоляция осоро. Күптәр был ваҡытты нисек үткәрергә белмәй. Ә Таңатар ауылында йәшәүсе Илшат Төхбәтуллин һис аптырап ултыра торғандарҙан түгел. Үҙизоляция тип ул көн буйы өйҙә ултырмай, сөнки ул “Роснефть” йәмғиәтендә эшләй, эше график буйынса башҡарыла.
Алтын ҡуллы Илшат үҙенә шөғөлдө тиҙ таба. Бер көндө яҙ ҡунаҡтары сыйырсыҡтар өсөн бик матур итеп, зауыҡлап умарталар яһарға булды. Уйланы ла тотондо эшкә. Келәтендә запас таҡталар ҙа бар ине. Нәҫелдән бал ҡорттары үрсеткән кеше булараҡ, таҡтанан өҙөлмәй ул, ҡорт умарталарын да ваҡытында хәстәрләргә кәрәк бит. Башта ул бер-ике сыйырсыҡ умартаһын бик тиҙ яһап ҡуйҙы. Унан башында уларҙы төрлө итеп, һырлап-матурлап яһарға тигән уй тыумаһынмы?! Бәләкәйҙән һүрәт төшөрөргә оҫта булған, матурлыҡты күрә белгән Илшат өсөн был проблема түгел. Юҡ, тиҙ генә эскизын һыҙып ҡуйҙы, унан ләззәтләнеп уйын ысынға ашыра ла башланы. Бик матур килеп сыҡты уның умарталары. Сыйырсыҡтар ҙа бит йән эйәләре, кешеләр кеүек матур “йорттар”ҙа йәшәһен әле. Яңыса эшләнгән умарталар алдан билдәләнгән урындарына менеп тә ултырҙы.
Ир кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр. Был мәҡәл нәҡ бына Илшат Төхбәтуллин тураһында әйтелгән кеүек. Таңатар ауыл клубы мөдире булып та эшләргә өлгөрә ул. Ә ундағы эш әлеге ваҡытта өйҙән башҡарыла, сөнки бында тулыһынса үҙизоляция. Шуға ла ул кистәрен баянын алып яңы көйҙәр өйрәнә. Бигерәк тә Салауат Фәтхетдинов, Хәниә Фәрхи репертуарын үҙ итә. Урындағы “Йәшлек” ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле етәксеһе булараҡ, уларға репертуар эҙләй. Ошо ауыр осор тамамланып, ғәҙәти тормош менән йәшәй башлағас, моңға һыуһаған йәндәрҙе уятырға, йыуатырға кәрәк буласаҡ бит. Хәйер, эше табылып тора инде уның, бары тик теләк кенә булһын.
Венера Арсланова.
Читайте нас