Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
22 Апрель 2020, 18:35

«Йәнтөйәк»һеҙ ҡалмағыҙ!

Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, Табаҫҡытамаҡ мәктәбе уҡытыусыһы Глафира Йәнтимер ҡыҙы Фәйершина ун көнлөк сиктәрендә йылдағыса «Йәнтөйәк»кә һәм «Аскинская новь» гәзиттәренә яҙылды.

«Мин “Йәнтөйәк” гәзитен йыл да яҙҙырам. Киләсәктә лә алдырасаҡмын, тип ышаныслы әйтә алам, сөнки баҫманы ихлас уҡыйым, сайттағы, социаль селтәрҙәрҙәге материалдарҙы ла ҡарап барам. Бик оҡшай, башҡорт телендә рухлы, позитив материалдар күп.
Матбуғат кампанияһы башланыу менән гәзит-журналдар араһында иң беренсе үҙебеҙҙең районда сыҡҡан гәзиттәргә яҙылам. Башҡорт теле уҡытыусыһы һәм ҡоролтай ағзаһы булараҡ та, күңел талабы буйынса ла һәр ваҡыт туған телебеҙҙәге баҫманы пропагандалайым. “Йәнтөйәк”тең туған телебеҙҙе һаҡлауҙа, уны үҫтереүҙә, ҡулланыу даирәһен киңәйтеүҙә роле баһалап бөткөһөҙ. Башҡорт теле йылында күңелендә башҡорт рухы булған кешеләр, бигерәк тә уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар «Йәнтөйәк»кә беренселәрҙән булып яҙылыр, тип ышанам. Үҙебеҙҙең барлығыбыҙҙы белдерәйек, башҡорт матбуғатын һаҡлап ҡалыуҙа үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек!» - тип мөрәжәғәт итте милләттәштәребеҙгә туған тел һағында тороусы Глафира Йәнтимер ҡыҙы.
Наилә Имаева.
Читайте нас