Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
21 Апрель 2020, 19:05

Әүҙемдәр, өлгөрҙәр, рухлылар...

Ҡарткиҫәк ағинәйҙәре беренселәрҙән булып ун көнлөк сиктәрендә «Йәнтөйәк» район-ара гәзитенә яҙылып та ҡуйҙы.

Һәр матур башланғысты күтәреп алырға әҙер торған Фәнирә Мәүли ҡыҙы Нәбиуллина етәкселегендә Ҡарткиҫәк ауылы ағинәйҙәре Фәниә Нурлыҡаева, Рәйлә Ибраһимова, Ҡәдриә Адыева, Зилә Нурлыева, Илүсә Мөхәмәтнурова, Әлфиә Харисова беренселәрҙән булып «Йәнтөйәк» район-ара гәзитенә яҙылып та ҡуйҙы. Был ағинәйҙәр гәзит-журналдар яҙҙырып уҡыу менән бер рәттән, ҡул эштәренә, гөл-сәскәләр үҫтереүгә лә бик оҫта. Ауылда үткән сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар. Үҙҙәре һымаҡ уңған балалар тәрбиәләп үҫтереп, бөгөн (Әлфиә Хиләжетдин ҡыҙынан башҡалары) өләсәй булыу бәхетенә ирешкәндәр.

- Районыбыҙҙа башҡорт телендә гәзит сыға башлағандан алып йыл да яҙылып икләм. Был баҫма бик оҡшай, рухыбыҙҙы байытыр, матур эштәргә дәртләндерер, сәмләндерер, уйландырыр мәҡәләләр күп. “Гәзиткә яҙыл да бүләк от!” акцияһында ҡатнашып та бүләкле булғаным бар. “Йәнтөйәк”тең сайты ла, социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәре лә бик матур эшләй, береһенән-береһе ҡыҙыҡлыраҡ, фәһемлерәк материалдар донъя күреп кенә тора. Беҙҙең Ҡарткиҫәк ауылы тормошон, уңғандарҙы, йүнселдәрҙе лә нәҡ “йәнтөйәк”тәр беренселәрҙән булып яҙып сыға! “Йәнтөйәк” ярҙамында күрше райондарҙағы яңылыҡтар, хәл-ваҡиғалар менән танышып барабыҙ. Редакция коллективына артабан да ижади уңыштар теләп, шундай рухлы, илһөйәрлек һәм телһөйәрлек менән һуғарылған материалдар көтөп ҡалабыҙ.

Ҡарткиҫәктәр әйтеүенсә, халыҡ үҙҙәре өйрәнгәнсә почтаға барып яҙылырға тырыша. Почта хеҙмәткәре Әнфисә Абрарова һәр саҡ аңлатып, ярҙам итеп тора. Әлбиттә, бөгөнгө үҙизоляция шарттарында бөтә тейешле хәүефһеҙлек сараларын үтәйҙәр.”Интернет заманы булһа ла, гәзитте тотоп уҡырға күнеккәнбеҙ”, - ти улар.

Афарин, ҡарткиҫәктәр!

Читайте нас