Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
21 Апрель 2020, 05:40

Вирусҡа ҡарамай "Йәшел Башҡортостан" акцияһы үткәреләсәк

25 апрелдән алып 1 майға тиклем 670 муниципалитет биләмәһендә 50 мең самаһы эре ағастар ултыртыласаҡ.

Беҙҙә матур бер һүҙбәйләнеш барлыҡҡа килде: вирустар килә лә китә, ә тормош дауам итә. Шуға күрә көндәлек эштәрҙе бер кем дә онотмай. Был Башҡортостанда үткәрелеп килгән “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ла ҡағыла.
Әлбиттә, быйыл акция үҙизоляциялау режимына бәйле башҡасараҡ үтәсәк. Өмәләр кешеләрһеҙ генә башҡарыласаҡ. Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер Борис Беляев белдереүенсә, быйыл акция торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре көсө менән башҡарыласаҡ.
25 апрелдән алып 1 майға тиклем 670 муниципалитет биләмәһендә 50 мең самаһы эре ағастар ултыртыласаҡ. Улар – оҙонлоғо өс метрҙан ашмаған йәш ағастар. Улар араһында шыршы, ҡарағай, ҡайын, йүкә, каштан, пирамидалы тирәк, миләш, гөлйемеш һәм башҡа ағастар бар.
Акцияла ҡатнашырға теләге булған кешеләр, уға ҡушылып үҙҙәренең ихатаһында ағас ултырта һәм министрлыҡ ойошторған фотобәйгелә көсөн һынай ала.
Былтыр апрелдә үткәрелгән “Йәшел Башҡортостан” акцияһы бик күңелле булғайны. Унда 160 мең самаһы кеше ҡатнашты, 164 тематик аллея эшләнде, 109 мең ағас һәм ҡыуаҡлыҡ ултыртылды. Октябрь айында иһә 69 мең ағас ултыртылды, унда 138 мең кеше ҡатнашҡайны.
Фото: haibrdk.ru
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/ekologiya/Virus-a-aramay-Y-shel-Bash-ortostan-aktsiya-i-tk-rel-s-k-228816/
Читайте нас