Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
21 Апрель 2020, 06:29

Табиптарға визорҙар бик кәрәк

Илдар Ғатауллин COVID-2019 пандемияһының беренсе көндәренән алып табиптар өсөн визорҙар етештереү менән шөғөлләнә.

“Башҡорт милли кейемдәрен тергеҙә инем, ә хәҙер табиптарҙы һаҡлау юлына баҫтым” –, - ти рәссам, дизайнер Илдар Ғатауллин. Ул COVID-2019 пандемияһының беренсе көндәренән алып табиптар өсөн визорҙар етештереү менән шөғөлләнә.
3D принтер сығарған визорҙар битте тулыһынса үтә күренмәле пластик менән ҡаплай, күҙҙе, танауҙы, ауыҙҙы һаҡлай. Илдар Ғатауллин тәүҙә уларҙы үҙ материалдарынан эшләй, аҙаҡ улар бөткәс, "Уфанет" компанияһы пластик менән тәьмин итә.
Визорҙар Өфөлә генә түгел, Башҡортостандың башҡа ҡала-район дауаханаларына ла таратылған. Был хәрәкәтте программалаусы Александр Улитин ойоштора. Проект ирекмәндәр иҫәбенә башланһа, әлеге көндә сығымдарға аҡса йыйыу ойошторолған.
Илдар Ғатауллин “Бәйләнештә” социаль селтәрендә эш барышы, һуңғы яңылыҡтар менән даими таныштырып тора. Ул етештергән визорҙарҙы Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы табиптары ла ҡуллана. Быларҙан тыш, визорҙар таралған Сибай, Октябрьский, Благовещен, Ишембай, Архангел һәм башҡа район, ҡала дауаханаларынан Илдарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәләр, Республика клиник перинаталь үҙәгенең баш табибы Нәзир Минғазов рәсми рәүештә Рәхмәт хаты ла юллаған.
Рәссам изге эшенә бик яуаплы ҡарай, визорҙарҙы күберәк етештереү өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәй.
“Табиптар өсөн кәрәк булһа, ер аҡтарасаҡбыҙ, йоҡламай, тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәкбеҙ, сөнки улар беҙҙең һаулығыбыҙ һағында тора. Беҙ был кешеләрҙе һаҡларға бурыслыбыҙ, улар аҙ! Визорҙарҙы сисмәй эшләүҙәре ҡыуандыра”, –, - ти Илдар.
Әлеге көндә визорҙар етештереү өсөн тағы ике принтер сафҡа ингән. Уларҙың исемдәре лә бар: “24 Өфө” һәм “Генерал Шайморатов”.
“БДМУ клиникаһы өсөн 1000 визорға заказ килде, беҙгә хәҙер 4000-дән ашыу визор эшләргә кәрәк. Өлгөрмәйбеҙ, принтерҙар етмәй. Аҡса йыйыу тураһындағы мәғлүмәтте таратыуығыҙҙы һорайбыҙ”, – тигән мөрәжәғәт барлыҡҡа килде бөгөн Илдарҙың “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә.
Еңел булмаған мәлдә көрңштең иң алғы һыҙығында торған табиптар өсөн бушлай визорҙар етештереүсе милләттәшебеҙҙең изге эшенә беҙ ҙә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйексе.
“Сбербанк” картаһының һандары: 639002069070227424. Карта телефон номерына ла бәйләнгән: 89899502680.
“Мин дә, һин дә янмаһаң, кем ҡараңғылыҡты ҡыуыр?” тигән әйтем бар. “Ил төкөрһә, күл була” ти башҡорт халыҡ мәҡәле лә.
#Времягероев
Фото: “Бәйләнештә”
Автор: Айгөл Ғәбитова
https://bash.rbsmi.ru/articles/geroy-ar-d-ere/Tabiptar-a-vizor-ar-bik-k-r-k-228807/
Читайте нас