Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
21 Апрель 2020, 05:20
Мәктәп йылдам төҙөлә
#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан
Өфө районының Михайловка ауылында быйыл көҙ балалар баҡсаһы менән берләштерелгән яңы мәктәп ишектәрен асасаҡ. Социаль объект төҙөлөшө ғинуарҙа башланғайны. Апрелдә төҙөлөш-монтаж эштәренең билдәләнгән графиктан өс айға алдараҡ барыуы асыҡланды.
Донъялағы һәм илдәге ҡатмарлы эпидемиологик хәлгә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указдарына ярашлы ғәмәлгә индерелгән ваҡытлыса сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, социаль объекттар төҙөлөшө туҡтамай. Әле төҙөлөштә бригадалар, махсус техника әүҙем эшләй.
Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 13708,65 квадрат метр майҙанда урынлашҡан социаль объект “Демография” милли проектына ярашлы һалына. Унда 640 уҡыусы һәм мәктәпкәсә йәштәге 160 бала йөрөйәсәк, тип күҙаллана.
Фото:
www.bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/M-kt-p-yildam-t--l-228455/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"