Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
20 Апрель 2020, 16:55

Тел – ул һәйкәл түгел, ә кешегә хеҙмәт иткән тере система

25 апрелдә бөтөн донъялағы милләттәштәребеҙ башҡорт теленән диктант яҙасаҡ. Быйыл республикала Башҡорт теле йылы ла бара. Ошолар хаҡында фекерен уртаҡлашыуын һорап, тел белгесе, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталовҡа мөрәжәғәт иттек.

"Әҙәби телдең төп маҡсаты – бөтә халыҡтың аңлашыу һәм берләшеү ҡоралы булыу. Башҡортостандағы совет власының аңһыҙлығы, яуапһыҙлығы сәбәпле әлеге әҙәби тел был функцияны үтәй алмаған. Башҡортлоҡто телгә генә ҡайтарып ҡалдыра торған зыялылар уны бүлешеү, халыҡтың бер өлөшөн ситкә ҡағыу сараһына әйләндергән.
Бөтә нәмәне, шул иҫәптән телде лә үҙәкләштереү, өҫтән хәл итеп ғәмәлгә индереү башҡорт халҡының эске ҡоролошона, башҡорт йәмғиәтенең тәбиғәтенә ҡаршы: башҡорттар бер-береһен тип-тигеҙ итеп күрергә күнеккән, береһенең теле икенсенекенән ни яғы менән өҫтөн булыуын аңламаған һәм аңламай. Йөҙ йыл ваҡыт әрәмгә киткәнен таный алмайынса, Сталин заманында эшләнмәгәнде бөгөн Сталин ысулдары менән башҡартмаҡсы булып ултырырға ярамай. Кешенән һорамай, уның кемлеген, нисек һөйләшергә тейешлеген өҫтән билдәләү заманы күптән үткән. Ғәҙәти булмаған хәл ординар булмаған ҡарар талап итә.
Шәжәрәләр күптән эшләнгән, тарих асыҡланған, әммә халыҡта "телең ниндәй - үҙең шундайһың" тигән зарарлы фекер көслө. Быға ҡаршы ҡуйырлыҡ берҙән-бер сара – башҡорттарҙың әле һөйләшә торған телен башҡорт теле тип таныу һәм күрһәтеү. Күршеләр быға ҡырҡа ҡаршы, сөнки ошо аҙым уларҙың телгә нигеҙләнгән пропагандаһының бәкәленә һуға.
Күп вариантлы телдәр, ике телле милләттәр бихисап: Ирландияның ғорурлығы Джойс, бренды U-2, күрке Cranberries – бөтәһе лә инглиз теленең ирланд вариантында ижад итә, Шотландияла өс тел ҡулланыла (инглиз теленең шотланд варианты, скотс / диалект, гэлик), албан теле ике вариантта йәшәп килә, осетиндарҙың ике диалекты ла конституциялары тарафынан һаҡлана. Тимәк, халыҡтың бер теллелеге – мөмкин булған варианттарҙың береһе генә.
Беҙҙе мордва, мари, алтайҙар миҫалы менән ҡурҡытырға яраталар, тик мордваның тәү баштан уҡ ике төрлө этностан тороп, бер-береһенә аңлайышһыҙ телдә аралашҡанын оноталар. Һигеҙ йөҙ йыл элек үк православие динен ҡабул итеп, урыҫтар менән бер төрлө көн күреп, бөтә Иҙел-Урал буйлап таралып йәшәгән халыҡтың кәмеүенә тел түгел, таралып йәшәүе, күпселек менән бер диндә тороуы, уртаҡ көнкүреше сәбәп булған. Мариҙар менән дә шул уҡ хәл: ике төрлө даирәлә (тау яғында һәм ялан яғында) бер-береһенән алыҫ торған ике этнолингвистик төркөм барлыҡҡа килеп, икеһе лә аҫыл ватандарында революцияға тиклем үк әҙселек хәлендә ҡалған. Алтайҙарҙың иһә Таулы Алтай автономиялы өлкәһен ойошторған заманда бер ниндәй ҙә уртаҡ үҙаңы булмаған: төрлө төркөмгә ҡараған телдә һөйләшкән алтай-кижи, теленгит, тубалар, ҡуманды, шалҡанду этностары булған. Шуларҙан "социалистик милләт" ойошторолған. Уртаҡ нигеҙе, аңы, сәйәси ынтылышы булмаған берекмә, өҫтән баҫым туҡтағас, нисек тарҡалмаһын? Былар менән сағыштырғанда, беҙ Европа халыҡтарына яҡын хәлдәбеҙ.
Диктант әҙәби телгә бер ҙә хәүеф тыуҙырмай: уның аудиторияһы әҙәби телде ҡулланмай ҙа стандарт диктантты яҙмаҫ ине, ә бына башҡорт теленең даирәһен киңәйтә. Ҡағиҙәләр юҡлығы ла ҡамасаулыҡ түгел: диктант билдә ҡуйыу өсөн түгел, башҡорт үҙен башҡорт тип хис итһен өсөн ойошторола. Шотландияла скотс телендә (30 процент шотландтарҙың теле) яҙған кешеләрҙән ҡағиҙә үтәү түгел, үҙ телендә аралашҡан ерле кеше итеп тойоу көтөлә. Тел майҙандағы һәйкәл, ҡағиҙә ҡапсығы йә музей экспонаты түгел, ул - кешегә хеҙмәт иткән тере система. Ҡулланыусы артҡан һайын, уның мөмкинлеге лә арта.
Автор: Лариса Абдуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/telgen-m-bergen-m/Tel--ul--yk-l-t-gel--kesheg-he-m-t-itk-n-tere-sistema-228477/
Читайте нас