Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
20 Апрель 2020, 08:05

"Кешеләргә йәшәү бүләк итәм"

Бөгөн Рәсәйҙә Милли донорҙар көнө билдәләнә.

Ошо айҡанлы һыҙҙы шәп яҡташыбыҙ менән таныштырмаҡсыбыҙ: Линар Хәбирйәнов, 31 йәш. Тормошҡа ғашиҡ, алдынғы ҡарашлы, әүҙем кешеләрҙән. “Тыуған яғымды, уның күркәм тәбиғәтен, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе яратам”, – ти ул, әммә был уға хыялланған тарафтарға сәйәхәт итергә ҡамасауламай: мәҫәлән, ул Рәсәйҙең һәм Европаның иң бейек нөктәһен – Эльбрусты артмаҡлаған уҙаман.
Белеме буйынса айти-белгес, заманында көсөн телевидениела һынап ҡараған, хәҙер сауҙа тармағында эшләй. Яратҡан ҡатыны менән бер йәшлек ул үҫтерәләр. Линар шулай уҡ авто­мобилдәргә ғашиҡ, юғары тиҙлектә мотоциклда елдерергә ярата, ғөмүмән, спорт менән дуҫ.
Әммә уны башҡаларҙан айырған тағы бер күркәм һыҙат бар – ул кешеләр яҙмышына бер ваҡытта ла ғәмһеҙ һәм битараф булып ҡала алмай. Шуға ла ул “Лиза Алерт” юғалғандарҙы эҙләү ойошмаһы эшендә ҡат­наш­ҡан, ә бөгөн – Башҡортостандағы иң билдәле донорҙарҙың береһе, 2017 йылдан “Рәсәйҙең почетлы доноры” исемен йөрөтә. Форсат табып, әүҙем яҡташыбыҙ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

– Беренсе һорау: ниңә, ни өсөн? Донор булырға этәргес биргән сәбәп нимәлә?
– Был осраҡлы ғына килеп сыҡты: 2010 йылда дуҫым­дың туғанына ҡан кәрәк булды. Ошо көндән алып мин тиҫтә йыл даими ҡан тапшырырға йөрөйөм. Әле минең иҫәптә – 80-дән ашыу ҡан һәм уның плазма, тромбоцит кеүек компоненттарын тапшырыу. Плазма – ҡандың шы­йыҡ өлөшө, ә тромбоциттар уның тиҙ ойошоуы өсөн яуап бирә, яман шеш менән сир­ләгәндәргә, химия тера­пияһы үткәндәргә бик кәрәк.

– Донорлыҡ һәм аҡса мәсьәләһе нисек бәйле? Әллә был бөтөнләй мөһим тү­гелме?
– Башҡортостанда донор­лыҡ өсөн түләнмәй, шуға күрә нин­дәйҙер матди нигеҙ тураһында һүҙ йөрөтөү урынһыҙ. Тәүге сиратта был – күңел ҡушыуы.

– Ни тиклем йыш ҡан тапшыраһығыҙ?
– Тәүге донацияларҙан һуң шуны аңланым: ҡан һәм уның компоненттары һәр ва­ҡыт кә­рәк, уларҙы ошо уҡ минутта алмаштырыр ғәмәл юҡ. Шул саҡта бер уй тыуҙы – әгәр ҙә фекерҙәштәрҙе эҙлә­гәндә һәм берләштергәндә? Кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер яҡ­таштар бихисап булып сыҡты: быны үҙем Өфөлә һәм Стәр­лета­маҡта ойошторған донор­лыҡ акцияларынан сығып әйтәм. Сараларҙы ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итергә тырыш­тыҡ, битараф булмағандар өсөн бүләктәр һәм сувенирҙар әҙер­ләнек. Сағыу һәм әһә­миәтле акция күптәрҙе бер­ләштерҙе, яңы донорҙар та­бырға ярҙам итте. Был баш­ланғыс өсөн мине Башҡорт­останда тәүге булып Рәсәйҙең Федераль медик-биологик агентлығының “До­нор­лыҡ хәрәкәтенә булыш­лыҡ иткән өсөн” миҙалы менән бүләк­ләнеләр.

– Күптәр “донорҙар ҡанды литрлап тапшыра” тип уйлай. Ҡәҙимге норма ниндәй?
– Һүҙ 470 миллилитр самаһы ҡан хаҡында бара.

– Көтмәгәндә шылтыратып, тиҙ арала ярҙам талап ителеүен еткереүҙәре, ҡан тапшырырға үтенеүҙәре бармы?
– Эйе, бик ихтимал: шылтыраталар, ҡан тапшырырға үте­нәләр... Әлеге мәлдә, коронавирус инфекцияһы таралыу сә­бәпле, донорҙар һаны бик кәмене. Мин иһә ошо көндәрҙә тағы барып ҡан тапшырҙым: республика дауаханаларында ятҡан кеше­ләргә тромбоциттар кәрәклеге мәғлүм булды.

– Донор булыу өсөн нин­дәй әҙерлек кәрәк? Дарыу ашамаҫ­ҡа­мы? Тән ауыр­лығы мөһимме?
– Үҙемә килгәндә, мин сә­ләмәт тормош яҡлы, һау­лы­ғымды даими хәстәрләйем, шуға ла, донор булараҡ, гел үҙемде яҡшы тоям, тип әйтә алам. Әлбиттә, ҡан тапшырыр алдынан диета тотоу, бауырға көсөр­гәнеш төшөр­гән аҙыҡ-түлектән баш тартыу фарыз: һүҙ майлы, тоҙло, ыҫланған аҙыҡ тура­һында бара. Сирләп тор­ғанда ла ҡан тапшырырға ярамай. Шулай уҡ дарыуҙар ҡул­ланыу ҙа донорлыҡҡа ваҡыт­лыса ҡаршылыҡ булыуы мөм­кин. Тән ауырлығы иһә 50 килограмдан да кәм булмауы фарыз.

– Яҡындарығыҙ һеҙҙең донор булыуығыҙға ниндәй ҡарашта?
– Яҡындарым, нигеҙҙә, мине хуплай, тик әсәйем генә ҡайһы саҡта ҡулымдың бәйләнгәнен күреп йә иһә социаль селтәрҙәге фотоларҙы ҡарап: “Һин нимә, тағы ҡан тапшырҙыңмы әллә?!” – тип аптырауын белдерә (көлә – авт.).

–Донорға ҡан тапшыр­ғанда ниндәйҙер хәүеф янауы ихтималмы?
– Бер-ике сәғәт ваҡытын фай­ҙалы, изге, кәрәкле эшкә сарыф итеүҙән тыш, башҡа юғал­тыуҙар юҡ, буғай. Был шулай уҡ бына тигән кәйеф күтәреү сығанағы ла, сөнки кемдеңдер ғүмерен ҡотҡа­рырға ярҙам итә­һең. Ә тағы ла етдиерәк әйткән­дә, дона­цияға алдан әҙерләнеү фарыз. Һүҙ физик һәм психологик үҙенсә­лектәр хаҡында бара. Мәғлүмәт күп һәм асыҡ. Мәҫәлән, мин yadonor.ru порталын тәҡдим итәм: һорау­ҙарығыҙ булһа, мотлаҡ шунда инеп сығығыҙ.

– Өфө донорҙары үҙ-ара аралашамы?

– Әлбиттә, донорҙар үҙ-ара ярайһы уҡ тығыҙ аралаша, һүҙ төрлө саралар, акциялар, интернет-платформалар хаҡында бара. Мин донорлыҡ рәтенә баҫҡанда таныштарым араһын­да ҡан тапшырыусылар бик аҙ ине, хәҙер иһә кем бер тапҡыр булһа ла ҡан тапшырмаған икәнен дә әйтә алмайым: күптәр хәрәкәткә ылыҡты.

Унан тыш, ҡан тапшы­рыуҙы пропагандалау, до­нор­­ҙарҙың үҙ-ара аралашыу киң­леге булдырыу, ҡыҙыҡ­һын­дырған һорау­ҙарға яуап табыу өсөн мин социаль селтәр­ҙәрҙә “ЯДонорУфа” порталын булдырҙым, ул бигерәк тә “Бәйләнештә” сел­тәрендә популяр. Уға һыл­танма тәҡдим итәм: https://vk.com/yadonorufa. Бөгөн был портал Республика ҡан тапшырыу станцияһы ҡарамағында, әүҙем ҡулла­ныла, унда барлыҡ коммуникациялар яҡшы эшләй.

– Донор булыу шәхсән һеҙгә ни өсөн мөһим?

– Беренсенән, был кем­деңдер ғүмерен ҡотҡарыуға туранан-тура ярҙам. Һүҙ төр­лө тормош хәлдәренә тарыған кешеләр хаҡында бара: аварияларҙа йә­рәхәтләнеүсе­ләр, ауыр сиргә дусар булып, һауығыуға өмөтлә­неүселәр... Икенсенән, ҡан тапшырыу организм өсөн файҙалы, ул даими яңырып тора, сәлә­мәтлекте контролдә тоторға ярҙам итә. Уйлап ҡарағыҙ әле: һеҙ һуңғы тапҡыр дөйөм ҡан анализын ҡасан тап­шырҙығыҙ? Үҙенә күрә донор­ҙар араһында бәйге лә бар: билдәле бер күләмдәге донацияларҙан һуң “Рәсәйҙең почетлы доноры” тигән маҡтаулы исем бирәләр.

– Донор булараҡ ҡан тап­шырырға йыйынған кеше­ләргә ни әйтер инегеҙ?
– Ҡан тапшырыу – тиҙ, файҙалы һәм бөтөнләй ауыр­тыуһыҙ процедура. Был ғәмәл заман талаптарына яуап биргән уңайлы ҡорамалдар ярҙамында башҡарыла, станция хеҙмәт­кәрҙәре – юғары квалификациялы, асыҡ һәм ярҙамсыл кешеләр.
Фотолар геройҙың шәхси архивынан.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Keshel-rg-y-sh--b-l-k-it-m-227831/
Читайте нас