

Йөҙөнән йылмайыу китмәгән Рәғилә Ғлимхан ҡыҙы Әхмәҙуллинаны белмәгәндәр һирәктер. Рәғилә апайҙың хеҙмәт стажы 46 йылдан ашыу. Шуларҙың 21 йылын ул мәҙәниәт өлкәһенә бағышлаған - 19 йыл халыҡ театрының режиссеры була. Ошо йылдар эсендә уның етәкселегендә күпме спектаклдәр сәхнәгә сығарылған да, күпме сағыу образдар асылған! Төрлө республика конкурстарында, Мәскәү, Санкт-Петербург, Пермдәге һабантуйҙарҙа ҡатнашыу бай тәьҫораттар ҡалдырған. Рәғилә апайҙың өҙҙөрөп ҡубыҙҙа уйнауын да, моңло итеп йырлауын да асҡындар һағынып һөйләй.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Рәғилә Ғлимхан ҡыҙы яратҡан шөғөлөнә ныҡлап тотона. Береһенән-береһе матурыраҡ, сағыуыраҡ биҙәктәр өйрәнеп, мендәр тыштары, япмалар, ҡулъяулыҡтар сигә, ырғаҡ һәм энә менән төрлө кейемдәр, япмалар, салфеткалар бәйләй, кәрәк булһа, тегеү машинаһы артына ла ултыра.
- Хәҙер мин күпселектә заказ буйынса мендәр тыштары сигәм. Үҙ ғүмеремдә күпме сиккәнмендер, әйтә алмайым. Ләкин шуныһы иҫтә ҡалған, бер ҡатын килеп: “Рәғилә апай, һеҙҙән үҙем кейәүгә сыҡҡанда сигелгән мендәр тышы алғайным, инде ул туҙҙы, шулай ҙа сәскәләре матур килеш ҡалды. Бына хәҙер ҡыҙым кейәүгә сығырға әҙерләнә, тағы сигеп бирмәҫһегеҙме”, - тип килгәйне. Сиккән әйберҙәрем кемдеңдер бирнәһенә йәм өҫтәп, йән өрөп ебәрә икән, мин тик ҡыуанам. Бәйләргә лә,тегергә лә яратам. Картиналар ҙа сигәм. Мәҫәлән, “Ҡол Шәриф мәсете” картинаһын ике ай ярым тирәһе сиктем. Ниндәйҙер эшкә ултырһам, бар күңелемде һалып, шулай дәртләнеп башҡарам, хатта донъям онотола. Ҡул эштәре миңә күңелемә тыныслыҡ, ял бирә”, - ти оҫта ҡуллы Рәғилә апай.