Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
20 Апрель 2020, 17:00

15 районда яҙғы сәсеү бара

Яҙғы сәсеү темаһы оператив кәңәшмәләрҙә көн үҙәгенән төшмәй. Әле Башҡортостандың 49 районы баҫыуҙарында эш бара. Бер аҙна эсендә ужымды туҡландырыу 91 мең гектар майҙанда, дымды ябыу 246,8 мең гектар майҙанда башҡарылған.

Республика Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, быйыл яҙ иртә килеүгә бәйле эш темпы былтырғы менән сағыштырғанда ике тапҡырға йылдамыраҡ. Яҙғы сәсеүҙе 15 район башлаған, бөгөнгә ҡарата 9 мең гектар ерҙә эш тамамланған да.

“Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре коронавирус инфекцияһы таралыу ҡурҡынысы шарттарында барлыҡ санитар талаптарҙы үтәп эшләй, – тине министр. – Аграрийҙар “Росагролизинг”тың ташламалы шарттар буйынса ауыл хужалығын кредитлау программаһында әүҙемерәк ҡатнаша башланы. Дөйөм алғанда, унда 47 райондағы хужалыҡтарҙан 1,2 миллиард һумға ғариза тапшырылған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе маҡсатлы файҙаланыу йәһәтенән контролде нығытырға ҡушты.
Фото: Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы.
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/i-tisad/15-rayonda-ya-i-s-se-bara-229395/
Читайте нас