Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Новости
19 Апрель 2020, 10:00

Өҫтәлегеҙгә йәм өҫтәр

Селедканан тәмле лә, туҡлыҡлы ла салат рецебы тәҡдим итәбеҙ. Ял көнөгөҙ мөбәрәк, табындарығыҙ түңәрәк булһын, дуҫтар!

Әҙерләү өсөн һөйәгенән таҙартылған 125 грамм сельд, кәбеҫтәнең дүрттән бер өлөшө, салат япрағы бәйләме, йәшел алманың яртыһы, тоҙ, борос, йәшел әнис кәрәк.
Ҡойоу өсөн: өс аш ҡалағы ҡаймаҡ, бер сәй ҡалағы гәрсис, бер-ике семтем шәкәр, ике сәй ҡалағы маринад.
Тәүҙә кәбеҫтәне ваҡлап турап, тоҙлап, ҡул менән һуты сыҡҡансы иҙергә. Салат япрағын киҫәктәргә бүлергә. Алманы нәҙек итеп турарға. Сельдты буйына өс-дүрт өлөшкә бүләбеҙ.
Артабан уға ҡойоу өсөн ҡатнашманы эшләп ҡушып, һәйбәтләп бутап, тоҙлап, борослап, ваҡланған әнис өҫтәп, 15-20 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Салат әҙер.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Viboronline.ru
Автор: Рисаля Юмагулова
https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/t-lege-g-y-m--t-r-196812/
Читайте нас