Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Новости
19 Апрель 2020, 04:58
Әлегә ямғырҙар яуһа ла...
Киләһе көндәрҙә һауа температураһы аҡрынлап күтәреләсәк һәм дүшәмбегә 15-20 градусҡа етәсәк.
Әлегә республикала тотороҡло һауа торошо көтөлмәй. Башгидрометүҙәктән хәбәр итеүҙәренсә, 19 апрелдә көн аяҙлы-болотло буласаҡ, урыны менән бер аҙ ямғыр яуа, төндә – ҡар ҡатыш. Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 7-12 метр тиҙлек менән иҫәсәк.
Төндә һауа температураһы 2 градус һалҡындан 3 градус йылыға етәсәк, көндөҙ – 9-14 градус йылы. Автоюлдарҙа төнөн һәм иртән томан төшөүе ихтимал, күренеү ихтималлығы – 1-2 километр.
Киләһе көндәрҙә һауа температураһы аҡрынлап күтәреләсәк һәм дүшәмбегә 15-20 градусҡа етәсәк.
Фото: press.lv
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/leg-yam-ir-ar-yau-a-la-226791/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"