Белгестәр кеше өсөн үҙ төйәгендә үҫкән емеш-йәшелсәнең файҙалыраҡ булыуын күптән билдәләй. Мәҫәлән, киви, манго, маракуйя кеүек ят ризыҡтар нисек кенә тәмле һәм файҙалы булмаһын, уларҙың беҙҙең организм өсөн шифаһын үҙебеҙҙә үҫкән алма, кишер, сөгөлдөр менән сағыштырып булмай.
Көнөнә бер алма ашау организмдың С витаминына булған ихтыяжын дүрттән бер өлөшкә тәьмин итә. Был емеш В2, В1 витаминдары сығанағы булараҡ та билдәле. Ғөмүмән, уның составы иҫ киткес бай: алмала А, В, С, Е, F, Н, РР, К витаминдары һәм Mg, K, Rb, P, Ni, Na, Cu, Mn, Fe, S, Zn, Cr, Mo, I, F, Al, V, B кеүек файҙалы минералдар бар. Ул ҡан тамырҙарын нығыта, холестерин кимәлен кәметә, гемоглобинды күтәрә, аш эшкәртеү, матдәләр алмашыныу процесын көйләй.
Шулай уҡ алманың микробтарға ҡаршы тороу көсө бар. Ул ауыҙ ҡыуышлығындағы насар еҫте бөтөрә, тештәрҙе таҙалай, теш ҡаҙнаһын нығыта.