ҠУҘЫҺеҙҙең өсөн бөтә ишектәр асыҡ. Хыялығыҙға табан аҙым яһай торған аҙна. Һәр йәһәттән эске тойомлауға ышанығыҙ. Яҙмышты хәл итер осрашыуға әҙер булығыҙ.
БУҒАКеше психологияһын өйрәнергә тура килер, китаптан түгел, ә туранан-тура “яу яланында” – өйҙә, эштә, һәр ерҙә. Яңы асыш, һығымта яһарһығыҙ. Дорфалыҡҡа юл ҡуймағыҙ.
ИГЕҘӘКТӘРТамамланмаған эштәр, мөһим мәсьәләләр менән шөғөлләнергә, ҡатмарлы ҡарар ҡабул итергә тура килер. Ауыр мәлдәрҙә күптәнге дуҫтарығыҙға, таныштарығыҙға таянығыҙ.
ҠЫҪАЛААҙна тыныс булмаҡсы. Дүшәмбе, шишәмбегә документтар менән эшләүҙе планлаштырмағыҙ. Яңы таныштарға әллә ни ышанып бармағыҙ.
АРЫҪЛАНБер аҙ ял итеп алыу ҡамасауламаҫ. Шаршамбыны һаулыҡты нығытыуға арнағыҙ. Ауыр эштәрҙе кисектереп тороғоҙ. Яҡындарығыҙ һеҙҙең иғтибарға мохтаж, ярҙамдан баш тартмағыҙ.
ҠЫҘОсор яңы белем алыу, тәжрибә туплау өсөн ҡулай. Шаршамбы һәм кесе йомала ҡомарлы уйындарҙан алыҫ тороғоҙ, аҡсағыҙҙы юғалтыу хәүефе ҙур.
ҮЛСӘҮАҙнаның башында ниндәйҙер мөһим мәсьәләне ыңғай хәл итерһегеҙ. Кеше араһында абруйығыҙ артыр, күптәнге хыялығыҙҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге тыуыр.
САЯНЯҡындарығыҙ өсөн ваҡыт йәлләмәгеҙ. Улар уңышҡа өлгәшергә ярҙам итер. Яңы тәҡдимдәрҙе ентекле тикшергәндән һуң ғына ҡабул итегеҙ, алданып ҡуймағыҙ.
УҠСЫХис-тойғоларығыҙға баш була алмаһағыҙ, яҡын кешегеҙ менән мөнәсәбәттәр киҫкенләшер. Ниндәйҙер мәғлүмәт алырһығыҙ, әммә ул һеҙ көткәнсә булмаҫ, моғайын.
ЫЛАҠДүшәмбе аҡса мәсьәләһендә хаталанып ҡуймағыҙ. Ғөмүмән, бөтә документтарҙы ныҡлы тикшергәндән һуң ғына ҡул ҡуйығыҙ. Аҙна башында матди мәсьәләлә үҙ һүҙле булырға кәңәш ителә.
ҺЫУҒОЯРБыл аҙнала бөтә ғәмәлдәрҙә, уй-фекерҙәрҙә, ниәт-хыялдарҙа иғтибарлы булығыҙ, сөнки тиҙҙән уларҙың тормошҡа ашыуы ихтимал. Белемегеҙҙе тәрәнәйтеү өсөн ҡулай аҙна.
БАЛЫҠБик уңышлы аҙна. Мәғлүмәттәр менән эшләү, сәйәхәт итеү, белем алыу, оҫталыҡ туплау һөҙөмтәле булыр. Эш урынында үртәлеүҙәре ихтимал. Ярҙам кәрәкһә, тартынмағыҙ, дуҫ-ишегеҙгә мөрәжәғәт итегеҙ.
Фото:
ostrnum.com